Мосолман донъяһы иң изге, иң мөбәрәк төндө – Ҡәҙер кисен көтә. Быйыл ул 31 майҙан 1 июнггә тура килә. Аллаһы Тәғәлә был кисте башҡаларҙан айырып, уны Ҡөрьән индереүе менән хөрмәтләгән.
Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса был төндә ергә фәрештәләр төшә. Төн тыныс һәм нурлы, яуым-төшөмһөҙ була, ағастар тын тора, һауала айырым бер хуш еҫ тарала.
Ә иртән ҡояш, тулған ай һымаҡ, нурҙар таратмай ғына сыға, таң наҙлы һәм иҫ киткес, айырым бер яҡтылыҡ менән айырылып тороусан була.
Мосолмандар был төндө йоҡламай үткәрә – ғибәҙәт ҡыла, Ҡөрьән уҡый, Аллаһы Тәғәләне һәм уның фәрештәләрен данлай. Ир-ат ваҡытын мәсеттә, ҡатын-ҡыҙ өйҙә үткәрә. Әгәр Ҡөрьәндең уҡылған һәр хәрефе өсөн башҡа ваҡытта бер сауап яҙылһа, Рамаҙан айында – ундан алып меңгәсә, ә Ҡәҙер төнөндә – 30 меңгә тиклем.
Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Раббыбыҙ ошо төндә һәр беребеҙҙең алдағы йылға яҙмышын хәл итә. Сөнки “Ул теләгәненә яза бирә, теләгәненә рәхмәтен ҡыла һәм һеҙ уға әйләнеп ҡайтырһығыҙ” (“Үрмәксе” сүрәһенең 21-се аяты). Шуға күрә лә һәр кем тотанаҡлылығы һәм тоғролоғо өсөн бүләк көтә һәм шул уҡ ваҡытта Раббының мәрхәмәтен
юғалтыуҙан да ҡурҡа, фәрештәләр сәғәт һайын яҙып барған ғәмәл дәфтәренән Аллаһы Тәғәлә гонаһ эштәрҙе һыҙып ташларға бойорор әле, тип өмөт итә.
В. Таһиров, Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәсете имам-хатибы.