Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле өлкәндәр!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Балалыҡ – һәр кемдең тормошонда ғәжәп һәм ҡабатланмаҫ мәл, сағыу буяуҙар, яҡты хыялдар менән тулы осор. Беҙгә, өлкәндәргә, был байрам һәр баланың ғүмере, һаулығы һәм яҙмышы өсөн яуаплы булыуыбыҙҙы, ҡыҙ һәм малайҙарҙы ышаныслы ҡурсалап, тормошҡа яҡшы старт бирергә тейешлегебеҙҙе иҫкәртеп тора.
Һәр бала өсөн иң мөһиме – татыу һәм ныҡлы ғаилә. Бер генә социаль институт та ата-әсә һөйөүен, хәстәрен һәм күңел йылыһын алмаштыра алмай. Һәр бала иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләре араһында нығынырға, тәрбиә алырға тейеш.
Кескәй ҡыйғыларға шатлыҡ-ҡыуаныслы һәм бәхетле балалыҡ теләйбеҙ. Һәр өйҙә балаларҙың көлөү тауыштары яңғыраһын!