Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2019, 16:17

Республикала граждандарҙың урманға барыуын тыйыу бөтөрөлдө

Башҡортостанда граждандарҙың урманға барыуын, шул иҫәптән транспорт менән инеүен тыйыу бөтөрөлдө. Республиканың Урман хужалығы министрлығы тейешле бойороҡ сығарҙы.

Башҡортостанда граждандарҙың урманға барыуын, шул иҫәптән транспорт менән инеүен тыйыу бөтөрөлдө. Республиканың Урман хужалығы министрлығы тейешле бойороҡ сығарҙы.
Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, 2019 йылдың 31 майынан Әбйәлил районы (Әбйәлил урмансылығының бөтә участка урмансылыҡтары), Белорет районы (Әүжән, Белорет, Инйәр, Тирлән урмансылыҡтарының бөтә участка урмансылыҡтары), Баймаҡ районы (Баймаҡ урмансылығының бөтә участка урмансылыҡтары), Бөрйән районы (Бөрйән урмансылығының бөтә участка урмансылыҡтары), Йылайыр районы (Йылайыр, Кананикольский урмансылыҡтарының бөтә участка урмансылыҡтары), Ейәнсура районы (Ейәнсура урмансылығының бөтә участка урмансылыҡтары), Учалы районы (Учалы урмансылығының бөтә участка урмансылыҡтары), Хәйбулла районы (Хәйбулла урмансылығының бөтә участка урмансылыҡтары) биләмәләрендә граждандарҙың урманға барыуын, шул иҫәптән транспорт менән инеүен тыйыу бөтөрөлдө.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып урман фондында дөйөм майҙаны 1481,2 гектарҙа 105 урман янғыны теркәлгән. Беренсе тәүлектә 87 янғын һүндерелгән.
Республикала 10 майҙан урманға барыу тыйылғайны.
Бөгөнгә төбәктең урман фондында янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә.
Ведомствола янғын хәүефе янаған осраҡта Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (347) 218-14-14, тәүлек әйләнәһенә), Урман һағының берҙәм федераль номерына (8-800-100-94-00) шылтыратырға һәм урман янғыны сығанағын һүндереү буйынса мөмкин булған саралар күрергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр.
Читайте нас: