Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2019, 13:21

УЙҘАР ТАҘАЛЫҒЫ – БӘХЕТ АСҠЫСЫ

Изге Рамаҙан айы тамамлана.

Изге Рамаҙан айы тамамлана. Был ай – мосолмандар өсөн йылдың иң мөһим һәм әһәмиәтле айҙарының береһе, рухи яҡтан таҙарыныу осоро булып тора. Ошо көндәрҙә беҙ райондың иң өлкән дин әһелдәренең береһе – Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәсете имам--хатибы В. Таһиров менән мәңгелек рухи ҡиммәттәр тураһында әңгәмәләштек.

– Ваҡиф Таһир улы, һәр кеше үҙ-үҙе һәм тирә-йүндәгеләр менән килешеп йәшәргә теләй. Аллаһы Тәғәләнең мәрхәрмәтенә ирешеү өсөн, ниндәй ғәмәлдәрҙән тыейылырға кәрәк? – Ислам динендә әхлаҡлылыҡ, күңел таҙалығы ҙур әһәмиәткә эйә. Ислам динендә ғәйбәт һөйләү һәм кемделер хурлау иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Ғәйбәт – кеше тураһында үҙе юҡта нахаҡ һүҙ һөйләү. Аллаһы Тәғәлә: «Һаҡланығыҙ насар уйҙарҙан», – тип әйтә. Сөнки улар шиккә алып килә. Шик – шулай уҡ ғәйбәт. Шикләнгән кеше ҙур гонаһ ҡыла. Аллаһы Тәғәлә ғәйбәт тураһында Ҡөрьән Кәримдә: "Эй, иман кил- тергән кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш- мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гөнаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ, икенсегеҙ артынан яман һөйләп ҡалмағыҙ”, – тип әйтә.
Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә ғәйбәттең аңлатмаһын аныҡ итеп әйтеп ҡалдырған. "Ғәйбәт – ҡәрҙәшең тураһында уға оҡшамаясаҡ итеп һөйләү (телгә алыу). Әгәр ҡәрҙәшеңдә булған, әммә ул был турала һөйләү- ҙәрен теләмәгән, уға оҡшамаған нәмә хаҡында һөйләһәң, һин уның турала ғәйбәт һөйләнең килеп сыға. Ул кешелә булмаған нәмә хаҡында һөйләһәң – ул саҡта яла яҡтың тигән һүҙ”. Ғәйбәт һөйләүселәр үҙҙәрен ике донъяла ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Беҙ йыш ҡына үҙебеҙҙең һәр хәрәкәтебеҙ, ҡылығыбыҙ, һүҙҙәребеҙ фәрештәләр тарафынан яҙылып барыуын онотабыҙ. Телдең әҙәм балаһы- ның тормошонда әһә- миәте ифрат ҙур. Әйтелгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, күркәм итеп һөйләү, иғтибар менән тыңлай белеү ҙә зарур. “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, – тип өйрәтә динебеҙ.

– Кешене хурлау, ғәйбәт һөйләүҙең нимәгә килтереүе ихтимал? – Динебеҙҙә ғәйбәт һөйләгән кешенең сауаптары кемде һөйләйҙәр – шуға күсә. Унда кешегә тау һымаҡ сауап килә. Ялғанды һөйләүсе кеше күп нәмәнән яҙа: – Алла рәхмәтен юғалта. – Фәрештәләр уны һаҡламай, «Амин» тип әйтмәй. – Ожмахтан алыҫлаша. – Ҡәбер ғазабы күбәйә. – Тамуҡтың иң төбөнә эләгә. – Алланың яҡлауынан ваз кисә. – Үлгәндә йәне сыҡмай йонсота. Иманлы, гонаһһыҙ кешенең йәне тиҙ сыға. Ә инде гонаһ ҡылған, ғәйбәтсе кешегә Ғазраил фәрештә яман тауыш сығарып килә. Йән сыҡмаҫҡа тырыша, йәбешеп ята. Раббыбыҙ: «Бер- берегеҙҙән кәмселек эҙләмәгеҙ, үҙегеҙҙән эҙләгеҙ», – тигән. Шулай уҡ өйҙә булған кәмселектәрҙе, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте урамға сығарып һөйләргә ярамай. «Кәмселектәре- геҙҙе һөйләмәгеҙ, йәшерегеҙ. Мин һеҙҙең гонаһтарҙы ла йәшерермен», – тигән Раббыбыҙ. Ғәйбәт ишетеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ҡайғырып йөрөүҙе Ҡөрьән хупламай. Сөнки ҡайғырыу йөрәкте бөтөрә. Шайтан кешенең һағышлы сағын ярата. “Кемгәлер ҡарата фекерҙең, дәғүәләрҙең күҙгә ҡарап әйтелеүе яҡшы, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырғанса, буш һүҙ менән булышыу, күп һәм мәғәнәһеҙ һөйләү, кәрәкмәгән мәғлүмәт йыйыу, уны таратыу мосолман өсөн бөтөнләй ят. Файҙаһыҙ хәбәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Артыҡ ҡыҙыҡһыныу ҙа насар. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы башҡанан ишеткән кире хәбәр, ғәйбәт менән уртаҡлашһа, үҙенә ҙур гонаһ ала. Буш һүҙҙе тыңлау, мейегә һеңдереү аңды томалай, фекерләү ҡеүәһенә зарар килтерә. Ваҡытты, көстө белемде камиллаштырыуға, өҙлөк- һөҙ хеҙмәткә бүлеү мөһим. Шул саҡта мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәргә, сит мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһыныуға урын ҡалмай.
“Өммәтемдә иң хәйерлеһе – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булыусы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Арала бер-береңә һөйөү, ихтирам хөкөм һөрөргә тейеш. Ғаиләлә һәр кемдең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы зарур – динебеҙ шулай ҡуша. Әлбиттә ки, тормошта төрлө хәл булыуы ихти- мал. “Иң беренсе ғәфү үтенеп, элекке халәтте аяҡҡа баҫтырған кеше – Йәннәткә кереүсе”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Исламда бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш.
Ошондай риүәйәт бар:
Ғәйбәт һөйләп, нахаҡ тағып, бер кешене төрмәгә ултырталар. Был кеше төрмәнән сыҡҡас, ғәйбәтсе уның янына килә, ғәфү итеүен һорай. Төрмәнән сыҡҡан кеше мендәр алып сығырға ҡуша. Алып сыҡҡас, мендәрҙең тышын йыртып, йөнөн туҙҙыра. Унан ялған һөйләүсегә шул йөндө кире тултырырға ҡуша. «Нисек быны йыйып бөтәйем? Был мөмкин түгел», – ти ғәйбәтсе. «Бына шулай, әйткән һүҙҙе, таралған ғәйбәтте кире йыйып булмай. Һине ғәфү итә алмайым», – ти ғәйбәттән зыян күргән кеше.

Л. Саҙретдинова яҙып алды. Автор фотоһы.

Читайте нас: