Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2019, 13:51

“БЫЛ ТЕРЕЛӘРГӘ КӘРӘК”

Районда 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыл тулыуын үткәреүгә әҙерлек башланды. Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте Үрге Ҡыйғы ауылындағы Еңеү паркын реконструкциялау буйынса эштәрҙе йәйелдерҙе.

“Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһы сиктәрендә эштәрҙе башҡарыуға аукционда “Ҡыйғы Коммунальщик” ЯСЙ-һы еңеп сыҡҡан. Предприятияның баш инженеры А. Рабцевич: “Капиталь ремонтҡа смета буйынса ике миллион һум аҡса талап ителә. Парктың ҡоймаһын алмаштырыу буйынса эштәр башҡарыласаҡ, элекке бетон ҡойма урынына тимер ҡойма урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ эш планында тротуар плиткалары йәйеү, мемориалға барған юлды асфальтлау ҡаралған. Ике лампалы диодлы яҡтыртҡыстар менән ете бағана ултыртыласаҡ. Мемориалдың үҙен дә яңы заманса буяуҙар менән яңыртыу планлаштырылған,” – тип һөйләне.

Читайте нас: