Шәмбе, 8 июндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының юл инспекцияһы» эшләй. Өфөлә эксперттар «Насар юлдар картаһы»нда билдәләнгән гарантиялы юлдарҙың һәм участкаларҙың сифатын, авария күп теркәлгән урындарҙы, үткәүелдәрҙе яҡтыртыуҙы, юл билдәләрен тикшерә.
2019 йылдың апрелендә Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ федераль округтары төбәктәрендә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының юл инспекцияһы» башланды. Быйыл 42 төбәктә юл рейдтары үткәрелә. Унда «фронтовиктар» 500-ҙән ашыу юлдың сифатын тикшерергә тейеш.
Башҡарылған эш йомғаҡтары буйынса Халыҡ фронты эксперттары Рәсәй Хөкүмәтенә тәү сиратта төбәк һәм урындағы юлдарҙың сифатын арттырыуға йүнәлтелгән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын һөҙөмтәле бойомға ашырыуға өлгәшеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләй.