“Һары автобус” руле артында беренсе йыл ғына эшләһә лә, беренсе класлы водитель Фәнил рәфҡәт улының дөйөм хеҙмәт стажы 34 йылдан ашыу. Ҙур тәжрибәһе һәм һөнәри оҫталығы уға тәүҙә район этабында еңеп сығырға, артабан конкурстың финалында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итә.
“Беҙ теория, автотранспорттың матди-техник өлөшөн белеү, практик күнекмәләр буйынса өс этап үттек. Уларҙы үткәндә бер ниндәй ҡыйынлыҡ кисермәнем,” – тип һөйләй водитель.
“Фәнил Рәфҡәт улы Сағыр ауылынан район үҙәгенә кескәй пассажирҙарҙы йөрөтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен намыҫлы, йыйнаҡ, үҙ эшен яҡшы белгән, техниканы һәр саҡ таҙа, төҙөк тотҡан, пассажирҙарға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы
водитель итеп танытып өлгөрҙө. Ул шулай уҡ үҙенең тыйнаҡлығы, һәр эште теүәл, ваҡытында башҡарыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. тап бына ошо сифаттары өсөн уны мәктәп коллективы ла, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ихтирам итә. Дөйөм алғанда, беҙҙә яҡшы һәм яуаплы водителдәр эшләй, уларҙың һөнәри оҫталығына айырым талаптар ҡуйыла, сөнки балаларҙың сәләмәтлеге һәм, иң мөһиме, ғүмере уларҙың ҡулында. уларҙың төп бурысы – балаларҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа мәктәпкә килтереү һәм өйҙәренә илтеп ҡуйыу. Барыһы ла был бурысты теүәл үтәй,” – тип һөйләне мәғариф бүлегенең хужалыҡ-эксплуатация төркөмө инженеры Р. Хажиев.