Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2019, 17:16

Йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған хеҙмәт

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.

Социаль хеҙмәтткәр һөнәре бөгөн бик кәрәкле һәм әһәмиәтле һөнәрҙәрҙең береһе булып тора.
Ҡыйғы районы территорияһында өйҙә социаль хеҙмәтләндереүҙе “ҡыуаныс” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Үҙәктең директоры Т. Ибраһимова әйтеүенсә, ойошмала 20 кеше эшләй, уларҙың 17-һе – социаль хеҙмәткәрҙәр. Уларҙың 30 проценты был өлкәлә 20 йылдан ашыу тәжрибәгә эйә. Мәҫәлән, Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Ф. Фазлыева, Г. Нурҡаевалар, Йыланлынан Ф. Зәйнуллина, Л. Фәссәхова, Арыҫландан З. Исхаҡова, Дүшәмбикәнән Л. Мөхәмәҙиева.
“Социаль хеҙмәттәр менән нигеҙҙә пенсионерҙар, инвалидтар, оло йәштәге граждандар, инвалид балалар файҙалана. йылына райондың 250-нән ашыу кешеһе өйҙә хеҙмәтләндерелә. Бер социаль йылына 14 йәки 15 граждан менән эшләй.
Беҙҙең хеҙмәттәр менән файҙаланыусылар өсөн психологик ярҙам да ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки уларҙың күбеһе өй эштәрендә ярҙамға ғына түгел, хәстәрлеккә, йылы һүҙгә мохтаж,” – тип һөйләй Татьяна Александровна.
Светлана Шакирова оҙаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр булыпнамыҫлы эшләй. Бөгөн ул Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе 13 кешегә, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге 2 балаға ярҙам күрһәтә.
КБО-ла теген цехы бөтөрөлгәндән һуң тырыш хеҙмәткәргә төрлө эш тәҡдим итәләр. Ул нәҡ ошо өлкәне һайлай. “Бында мин йөрәк ҡушыуы буйынса мохтаждарға ярҙам итергә, яҡлаусыһыҙ һәм яңғыҙ кешеләрҙе ҡурсаларға килдем. Аҡсаны ҡайҙала эшләп була, үҙ хеҙмәтеңдең шатлыҡ биреүе мөһим,” – тип һөйләй Светлана Рәшит ҡыҙы.
Үҙәктең етәксеһе Т. Ибраһимова һәм социаль ярҙам бүлексәһе мөдире Ю. Солтанова яуаплы хеҙмәткәрҙе юғары баһалай. Хеҙмәт ветераны Мәстүрә Ямаева: “ауылда яҡын туғандарым ҡалманы, балаларым һәм ейәндәрем ҡалала йәшәй, – тип һөйләй. – Светлана Рәшит ҡыҙы миңә үҙ ҡыҙым кеүек, бына 8 йыл инде миңә ярҙам күрһәтә. Ул дарыуҙар ҙа, аҙыҡ-түлек тә һатып ала, ашарға ла бешерә, барлыҡ түләүҙәрҙе башҡара, өйөмдө тәртипкә килтерә. Минең менән әңгәмәләшергә лә ваҡыт таба.
Күптән түгел миңә ашығыс медицина ярҙамы талап ителде, тәү сиратта Светланаға шылтыраттым. Шунда уҡ йүгереп килеп етте, тиҙ ярҙам хеҙмәтен саҡырҙы, мине дауаханағаса оҙата барҙы, мин дауаланғанда даими килеп йөрөнө. Мин уны бик ихтирам итәм, ошондай кешелекле ярҙамсым булыуына бик шатмын”.
С. Шакирова, үҙе ҡараған кешеләр тормошҡа ҡыуанып йәшәһен өсөн, барыһын да эшләргә тырыша. Светлана Рәшит ҡыҙы инсульт үткәргән ауыр хәлдәге бер ҡатынға ла ярҙам күрһәтә, ул һөйләшә лә алмай, шылтырата ғына ала. Үның шылтыратыуын күреү менән социаль хеҙмәткәр ярҙамға ашыға.
Тырыш ҡатын ауырлыҡтарҙан ҡурҡырға өйрәнмәгән, уға тормош иптәше илгиз рафиҡ улы һәр яҡлап терәк булып тора (әйткәндәй, ул да оло йәштәге кешеләрҙе ҡараусы булып эшләй). Эшһөйәр пар ҙур хужалыҡ тота, ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгәндәр. Оло улдары Альберт инженер булып эшләй, кесеһе Ильяс – ӨДАТУ-ның 3-сө курсы студенты. Ҡыҙҙары Элина Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында белем ала Шакировтарҙың күңел йылыһы барыһына ла етә.



Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.




Читайте нас: