Юл полотноһын ҡаплау материалының нисек етештерелеүе һәм уны контролләү системаһының нисек эшләүе менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ үҙебеҙҙең асфальт--бетон заводында һәм уның базаһында эшләп ккилгән һынау лабораторияһында булдыҡ. Беҙ “ДС-158” асфальт-бетон заводына килгәндә бушатыу бункеры аҫтында “КамАЗ”
автомобиле тора, уның кузовына әҙер ҡайнар асфальт ҡойола ине. Машина юл эштәре барған урынға юл алғас, предприятиеның операторы Илдус Сабиров менән завод
территорияһына үтәбеҙ. уның өлгөлө тәртиптә тотолоуы шунда уҡ күҙгә ташлана.
Ваҡ таш, ҡом-ҡырсынташ тәртипләп өйөлгән, уларҙың ҡушылыуына юл ҡуйылмай. “Буласаҡ асфальт составына ингән һәр төҙөлөш материалының яраҡлылыҡ сертификаты бар. Асфальт етештереү эшен тракторсы Рәүил Мөхәмәтдинов башлай, ул К-701 тракторына беркетелгән тейәгес ярҙамында агрегат бункерына төрлө фракциялы ҡырсынташты тейәй. Артабан тәьмин итеү агрегаты бункерҙарынан конвейер ярҙамында тейешле күләмдәге материал горизонталь таҫмалы йыйыу конвейерына бирелә. Таҫмалы конвейер материалды киптереү барабанына илтә, унда горелка ярҙамында бирелгән ялҡын тулҡыны менән йылытып киптерелә. Сыҡҡан материалдың температураһы 160–200 градус тирәһе була. Материал киптерелгәндән һуң фракцияларға бүленә һәм электрон үлсәүгә күсерелә. Үлсәнгән 500 кг масса 26 килограмм
йылытылған битум менән ҡушыла. Бының өсөн битум һауытында махсус йылытыу системаһы бар. ҡушылғандан һуң асфальт барлыҡҡа килә. Электрик Данис Ильясов
менән иретеп йәбештереүсе Фәнил Ишбулдин заводтың өҙлөкһөҙ эшләүе өсөн яуаплы,” – тип һөйләне илдус лоҡман улы.
Завод сәғәтенә 40 тонна, бер сменала 300 тонна асфальт етештерә. Асфальт заводы эргәһендә юл-төҙөлөш һынау лабораторияһы эшләй. Лаборант ринат Зарипов үҙ эше менән таныштырҙы.
“Әҙер асфальттың һәм асфальт-бетон ҡатнашмаһының сифатын асыҡлау буйынса беҙҙең лаборатория 2008 йылдан алып эшләй, – тип һөйләй ул. – уға тиклем
пробаларҙы Өфө ҡалаһының тикшереү лабораторияһына алып бара инек. Мин һәр смена һайын әҙер асфальттың пробаһын алып анализ үткәрәм. ИП-501 пресы рҙамында асфальттың ныҡлығын билдәләйем, тикшереүҙе 0, 20, 50 градуста башҡарам. Шулай уҡ иләктәр йыйылмаһы ярҙамында төҙөлөш материалдарының составын асыҡлайым. уҙған йылда асфальт составының оптималь нисбәте һайлап алынғайны: 40% ҡырсынташ, 50% ҡом, 10% ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы. Ш
улай уҡ Салауат ҡалаһы “битум” Ясй- ы заводынан килгән битумдың да сифаты тикшерелә. Ул дөйөм массаға 4,8% ҡушыла. Асфальтты һалыу һәм тығыҙлау сифатын
контролдә тотоу юл мастерҙарына йөкмәтелгән. Мин асфальттың нисек тығыҙланыуын лабораторияла юл асфальтын киҫеп һәм керн (монолит) һайлап алып тикшерәм.
Заводта сығарылған продукция һәм уның бар сифат күрһәткестәре дәүләт стандарттарына һәм билдәләнгән нормаларға тап килә”.
Юлдарҙы сифатлы һәм оҙаҡҡа етерлек итеп төҙөү – район юл хеҙмәте бурысы һәм ул быны уңышлы башҡара.