Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июнь 2019, 18:06

БЕҘҘЕҢ РАЙОНДА ЛА СЕМИНАР ҮТӘСӘК

Кризис психологияһы үҙәге етәксеһе Михаил Хасьминский мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн семинар үтккәрҙе. Лекция ла заман йәмғиәте тормошонда төбәк мәғлүмәт саралары роле, мәғлүүмәтте еткереү алымдары тураһында һөйләшеү барҙы.

Спикер киң мәғлүмәт сараларының күп нәмәгә,хатта кеше тормошон тамырынан үҙгәртергә һәләтле булыуына иғтибар йүнәлтте. Ул семинарҙа ҡатнашыусыларҙы хәүеф факторҙары, социологик тикшеренеүҙәр белешмәләре менән таныштырҙы, Интернета балаларҙың ҡылыҡтарын нисек контролләргә кәрәклеге, хәҙерге киң мәҙәниәттең йәш быуынға нисек йоғонто яһауы тураһында һорауҙарға яуап бирҙе.

“Киң мәғлүмәт саралары үҫеп килеүсе быуында йәмғиәттә һәм ғаиләлә үҙ- үҙеңде тотоуҙың дөрөҫ моделен тәрбиәләргә ярҙам роле бик ҙур, сөнки беҙ мәғлүмәт дәүерендә йәшәйбеҙ,” – тине ул. Ойоштороусылар белдереүенсә, үҫмерҙәрҙең деструктив ҡылыҡтарын көйләү, белгестәрҙең бәлиғ булмағандар менән реабилитация сараларын уҙғарыуҙағы эш тәжрибәһен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе форматындағы семинар беҙҙең районда 13 һәм 14 июндә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк.

Семинарға мәғариф учреждениелары етәкселәре, психологтары, уҡытыусылар, социаль педагогтар, уз уҡытыусылары, дин әһелдәре, опека һәм попечителлек хеҙмәте, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия белгестәре, ата-әсәләр, медицина хеҙмәткәрҙәре саҡырыла.


Читайте нас: