Көрәш майҙансығы ла һәр саҡтағыса иғтибар үҙәгендә булды. Был спорт төрөн үҙ итеүселәр күп һәм батырҙар көрәшен ҡарарға байтаҡ халыҡ йыйылды. Был юлы ла арыҫландарға тиңләшеүселәр табылманы. Улар өс ауырлыҡ категорияһында ла еңеү яуланы һәм төп приздарға эйә булды.