Быйыл беҙҙең республика үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Халыҡ байрамы сиктәрендә райондың үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән хеҙмәт ветерандарына “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан” юбилей миҙалдары тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уҙған 100 йыл эсендә төбәгебеҙҙең ҡатмарлы үҫеш юлы үтеүен билдәләне. “Бөгөн, яңы 100 йыллыҡҡа аяҡ баҫып, беҙ уның яңынан-яңы уңыштар һәм еңеүҙәр алып киләсәгенә ышанабыҙ. Барығыҙға ла байрам кәйефе, тормош именлеге, һаулыҡ һәм бәхет, ә республикабыҙға гүзәл киләсәк теләйем!” – тине ул.