Райондың ауыл биләмәләре әҙерләгән милли ихаталар байрамдың күрке булып торҙо. Уларҙа халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, милли үҙенсәлектәре, ижад фантазияһы сағылды. Тирмәләр эсе боронғоса биҙәлгәйне Уларҙа сигелгән ашъяулыҡтар, боронғо бишектәр, һандыҡтар һәм башҡа көнкүреш кәрәк- яраҡтары урын алғайны. Халҡыбыҙ кухняһы һәр төрлө тәмле аш-һыуға бай, тирмәләрҙәге байрам өҫтәле һәр төрлө ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Хужалар ҡунаҡтарҙы күңелле йыр- моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Быйыл тирмәләр конкурсы Театр йылына һәм республиканың 100 йыллығына арналды. Жюри Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе тирмәһен иң яҡшыһы тип таныны, ул Гран-приға лайыҡ булды. 1-се урын – ибрайҙарға, 2- се урын – абзайҙарға һәм Межевой ҡасабаһы ихатаһына, 3- сө урын кандаковкаларға һәм дүшәмбикәләргә бирелде. Башҡалар номинацияларҙа билдәләп үтелде.