Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2019, 17:37

“КӘКҮК СӘЙЕ”

“Йәйләү”ҙә ял итеүселәр милли байрамға йыйылды. Көтөп алған йәйге каникул башланыу менән, 7 июндә, һабантуй яланы балаларҙың шат тауышы менән тулды . Унда район балалары өсөн Ҡыйғы районы Ағинәйҙәр ҡоро менән Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан “Кәкүк сәйе” байрамы уҙғарылды.

Сараны тантаналы рәүештә район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Ю. Ғәйфуллин һәм ҡоролтай рәйесе Р.Ф. Ҡазиханов асып ебәрҙе.
Байрамда районыбыҙҙа эшләгән “Йәйләү” лагеры балалары: Солтан ауылы, Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе, лицей уҡыусылары ҡатнашты. Һәр төркөм йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Уҡытыусы Л.В. Шаһиева етәкселегендә 4-се класс уҡыусылары сараның тәүге өлөшөн алып барҙы. “Кәкүк сәйе”нең икенсе өлөшөндә Ағинәйҙәр милли уйындар ойошторҙо. “Наза”, “Түбәтәй”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” уйындары һәр төркөмгә оҡшаны. Зирәктәр йомаҡ сисһә, башҡалар Н.Ә. Саҙретдинов етәкселегендә уҡ атып, мәргәнлектә көс һынашты.
Иң аҙаҡта, изге теләктәр теләп, йыйылыусылар самауыр сәйе менән һыйланды. “Кәкүк сәйе” байрамы барыһына ла бик оҡшаны. Ошондай милли байрамдарҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк, тигән фекергә килеп таралышты барыһы ла.
Р. Мөхәмәтова.

Читайте нас: