Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2019, 16:59

“ПАТРИОТ” ТАҒЫ ЛА БЕР КУБОК ЯУЛАНЫ

Йәйге каникул көндәрендә лә беҙҙең уҡыусылар төрлө ярыштарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыуҙарын дауам итә.

Йәйге каникул көндәрендә лә беҙҙең уҡыусылар төрлө ярышттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыуҙарын дауам итә. Күптән түгел Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының “Патриот” командаһы (етәксеһе А. Мөхәмәтнуров) “Һаҙағай” республика хәрби--спорт уйынында 2--се урын яуланы. “Лицей уҡыусылары финалда ҡатнашыу хоҡуғына төбәк этабында

беренсе урын яулағандан һуң лайыҡ булды. Башҡортостан ҡала райондарынан иң көслө дружиналар йыйылған сарала беҙҙең команда үҙен бары тик яҡшы яҡтан күрһәтте.

Барлыҡ 14 төр ярышты ла уңышлы үтеп, Федоровка районы командаһынан ғына ҡалышып, ҡыйғылар 2-се урын яуланы. Был еңеүгә Артем Мөхәмәтшин, Ғәлиәбаныу Ғәбитова, Аделина Исхаҡова, Ильмир Ҡорбанғәлиев, Валерия Фазлыева, Регина Вәлиева, Вячеслав Тәфҡәлүновтар тос өлөш индерҙе,” – тип һөйләне А. Мөхәмәтнуров.

“Патриот” командаһын был уңышы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңынан- яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.


Фото лицей архивынан.





Читайте нас