Ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» V «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә «Иң яҡшы һүҙлек-энциклопедик баҫма» номинацияһында еңеү яуланы.
Башҡорт энциклопедиялары ошо китап форумында өсөнсө тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы баҫмалары тип танылды. 2015 һәм 2016 йылдарҙа «Башҡортостан халыҡтары» һәм «Әбйәлил энциклопедияһы» лауреат булды.
2014 йылда «Башҡортостан халыҡтары» энциклопедияһы Ашхабадта «Китап – хеҙмәттәшлек һәм прогресс юлы» абруйлы халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә икенсе урынды алды. Рәсәй кимәлендәге төрлө китап конкурстарында республика энциклопедиясыларының 10 баҫмаһы еңеү яуланы, тип белдерҙеләр «Башҡорт энциклопедияһы» фән учреждениеһында.