Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2019, 20:08

Был аҙнала республикала +26 градусҡаса йылыта

Башгидрометүҙәк синоптиктары төбәккә йылы көндәрҙең әйләнеп ҡайтыуы тураһында хәбәр итте. Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, 20 июнгә Көньяҡ Уралға оҙаҡ көттөргән йәй килә.

Башгидрометүҙәк синоптиктары төбәккә йылы көндәрҙең әйләнеп ҡайтыуы тураһында хәбәр итте. Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, 20 июнгә Көньяҡ Уралға оҙаҡ көттөргән йәй килә. Кесаҙна көндөҙ һауа +26 градусҡаса йылына.
«Төндә +7,+12, көндөҙ +21,+26 градусҡаса йылыта һәм аҙна аҙағына тиклем йылы һауа торошо һаҡлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал», — тип белдерҙе синоптиктар.
18 июндә Башҡортостанда айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ елдең секундына 17 метрғаса көсәйеүе көтөлә.
Читайте нас: