Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2019, 19:28

ҺИГЕҘЕНСЕ БЫУЫН УМАРТАСЫ

Ҡолбаҡ ауылы эргәһендә тәбиғәт иҫ киткес матур һәм бай. Мөһабәт ҡарағайҙарҙы, матур Әй йылғаһын, сәскәгә күмелгән яландарҙы бер тапҡыр күреп, ошо ҡыр--болондарҙың хуш еҫтәрен һулағандан, ҡоштары һайрауын тыңлағандан һуң, был ерҙәргә ҡабат әйләнеп ҡайтҡы килеп тора. Тамырҙары ошо ергә береккән Айбулат Ҡолбаҡов – һигеҙенсе быуын умартасы. Ҡолбаҡовтарҙың ихатаһында оло солоҡ тора, ул үткән быуаттарҙан күскән мираҫ булып һаҡлана.

Айбулат Нәзир улы үҙ һүҙҙәрен йөпләү өсөн Ҡолбаҡовтарҙың нәҫел шәжәрәһен асып күрһәтте, уны 1773 йылдан башлап Ҡолһары Ҡолбаҡов алып бара һәм, ололарҙың һөйләүе буйынса, тап ул Салауат Юлаевтың Хәсән исемле улын йәшерен кил- тереп, тәрбиәләп үҫтергән. Айбулат Нәзир улы алтынсы тиҫтәне ваҡлай. Ул бала саҡтан хеҙмәткә күнегеп үҫә, бер ҡайсан ҡул ҡаушарып ултырмай. “Минең олатайым Муллағәли Мырҙағәлим улы беҙҙең яҡтарҙа ер төҙөлөшөн алып барыуға нигеҙ һала, ауылда коллектив- лаштырыу башланғас, уны “Әбдрәзәк” колхозының беренсе рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ике мөһим булған үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы менән бергә ул ҡортсолоҡто ла алып бара. Олатайым 1942 йылда Ленинград ҡалаһы өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була. Уның бал ҡорттарына булған һөйөүе минең атайым Нәзиргә күсә. Ул байтаҡ йылдар элекке Киров исемендәге совхоздың Ҡолбаҡ бүлексәһендә умартасы булып эшләне. Әсәйем Бәҙрисафа Ғәйфулла ҡыҙы яғынан олатайым менән өләсәйем уҡытыусылар булған, улар ҙа ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Кескәй саҡтан мин ваҡытымды гөжләп осҡан бал ҡорттары янында үткәрергә яраттым һәм был шөғөлдө бар күңелем менән үҙ иттем, ”– тип һөйләне ул. Улының тырышлығын һәм оҫталығын күреп, Нәзир Муллағәли улы Айбулатты совхоз умарталығына ярҙамсы итеп ала. “Бер ваҡыт урманда ҡарт ағас олононда оло күс таптыҡ. Унда таҙа һәм көслө бал ҡорттары йыйылғайны. Ул йылда хәтһеҙ күп бал алдыҡ,” – тип һөйләй умартасы.
Айбулат һигеҙенсе класты тамамлағанда атай һөнәренең күп үҙенсәлектәрен белгән була һәм башҡа һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерергә ҡарар итә, электрик һәм водителгә уҡый. Водитель-механик булып ике йыл Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, атаһының кәңәше менән умартасы булырға ҡарар итә. Өфө районы Михайловка ауылында умартасылар училищеһын уңышлы тамамлай. Уны училищела мастер вазифаһында эшкә ҡалырға өгөтләйҙәр, әммә ул тыуған яҡтарына ынтыла. 1981 йылдан совхоз таралғансы урындағы умарталыҡта эшләй, һуңынан уны урмансы итеп эшкә саҡыралар. “Ошо йылдар дауамында ихатамда ҡорттар аҫрайым, уларҙың һанын 30 баштан кәметкәнем дә, арттырғаным да юҡ. Урта Рәсәй тоҡомо ҡорттарын тәрбиәләйем, тик көслө күстәрҙе генә алып ҡалам. Ике корпуслы 12 рам һыйҙырышлы умарталарҙы һәр саҡ үҙем яһайым. Былтыр контролдә торған умартанан (ул даими үлсәү өҫтөндә ултыра) 185 килограмм бал алдым. Һәр көндө сәғәт киске унда үлсәйем. Июль айының өсөнсө ун көнлөгөндә, йүкә сәскә атҡан мәлдә, йыйылған бал 11 килограмдан артып китә”, – тип һөйләй үҙенең уңыштары хаҡында Айбулат Нәзир улы.
Йүкә сауҡалығы умартасының йорто ҡаршыһында урынлашҡан, бер өй аша – Әй йылғаһы, яҡында ғына шишмә ағып ята. Ҡорттар умартасы үҙе төҙөгән махсус йортта ҡышлай. Унда йылы, шул арҡала уларға ҡыш буйына өҫтәмә энергия сарыф итергә кәрәкмәй. Һауа йылыныу менән, бал ҡорттары тал һәм үгәй инә үләне сәскәһенә тәүге бал йыйыуға оса. А. Ҡолбаҡов алынған татлы продукцияның иҫәбен көн һайын айырым журналға теркәп бара, шулай уҡ бал биреүсе сәскәләрҙең сәскә атыу ваҡытын, һауа торошон билдәләп бара. Йүнсел ир иртә торорға ярата: “Таң менән тороп, ысыҡ өҫтөнән атлағанда, сәскә атҡан үләндәрҙең хуш еҫен һулағанда, үҙемде донъяла иң бәхетле кеше итеп тоям,” – ти ул.
Ғаилә өсөн 2008 йыл иң уңышлыһы булған: бөтәһе 700 мең һумлыҡ шифалы эликсир һатыуға өлгәшкәндәр. Һатып алыусыларҙың географияһы ярайһы уҡ киң – тыуған яҡтарынан алып Германияға һәм Сәүд Ғәрәбстанына тиклем. Айбулат Нәзир улының ышаныслы ярҙамсыһы – тормош иптәше Ания Әтрәмис ҡыҙы (һөнәре буйынса ветеринария хеҙмәткәре). “Һеҙҙең балығыҙҙың тәмле булыуының сере нимәлә?” – тип һорайым хужаларҙан. Улар миңә уңыштарының тағы бер серен асты: “Беҙ һәр саҡ балды 10 августан һуң, өлгөрөп, тейешле дымлылыҡ күләменә еткәс кенә ағыҙып алабыҙ,” – ти улар.


Фото ғаилә архивынан.

Читайте нас: