Ярышта ҡатнашыусыларҙы “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин сәләмләне. Ул тәжрибәле һауынсылар менән көс һынашырға ҡыйыулыҡ иткән йәш конкурсанттарҙың артыуын билдәләп үтте.
“Был конкурс ауыл хужалығы тармағына йәштәрҙе йәлеп итеү, ошо һөнәрҙең абруйын һәм әһәмиәтен күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла. Ауыл хужалығы үҫешкән ерҙә эшһеҙлек булмаясаҡ. Дөрөҫ алып барғанда, һөтсөлөк – юғары табыш алыу сығанағы,” – тине Ришат Ғәбделхаҡ улы.
Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы күп тапҡырҙар район чемпионкаһы булыуға өлгәшкән Дилә Ҡәйүмоваға бирелде. Комиссия конкурста ҡатнашыусыларҙың санитар кенәгәләрен тикшереп сыҡты. Йәрәбә һалғандан һуң аҡ халаттар кейгән нкурсанттар заданиеларҙы үтәүгә тотондо. Улар һыйыр һауыу аппаратын ваҡытҡа йыйҙы, һыйыр һауып, һөттө анализға тапшырҙы, аппаратты һүтеп йыуҙы. Аппараттарҙы һүтеү һәм йыйыуҙа Д. Ҡәйүмова менән З. Искәндәрова иң күп мәрәй алды. Шулай уҡ улар һөт сифаты һәм һыйыр һауыу процесы өсөн дә иң күп мәрәй йыйыуға өлгәште. Был юлы ла Тимирязев исемендәге АПК-ның Туҡай һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Дилә Ҡәйүмова еңеүҙе ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе урынға – “Красный Урал” АПК-һы һауынсыһы Зәлифә Искәндәрова, өсөнсө урынға “Әй” АПК-һынан Эльза Мөхәмәтдинова лайыҡ булды. Йәш һауынсылар ҙа оҫталыҡ буйынса ярышты. Улар, өлкән хеҙмәттәштәренән ҡалышмайынса, аппараттарҙы һүтеп йыйҙы, һыйыр һауҙы.
Дүшәмбикә мәктәбе уҡыусыһы Вильнар Ҡәйүмов иң күп мәрәй йыйыуға өлгәште. Йыланлы урта мәктәбе уҡыусыһы Иван Петухов, унан ике мәрәйгә генә ҡалышып, икенсе урын яуланы. Ярыштың иң кесе ҡатнашыусыһы – Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 6-сы класс уҡыусыһы Максим Баһауетдинов өсөнсө урынға сыҡты. Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса техниктар араһында “Красный Урал” АПК-һынан Илшат Шәрифуллин еңеү яуланы. Икенсе урынға “Әй” АПК- һынан Илнур Фазлыев лайыҡ булды.
Почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына район ветеринария станцияһы хеҙмәткәре Адик Зәбиғуллин күтәрелде. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.
Йыланлы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре асыҡ һауа аҫтында концерт ҡуйып йыйылыусыларҙың күңелен күтәрҙе.