Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июнь 2019, 16:21

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

ГЕРОЙ ЯҠТАШЫБЫҘҘЫҢ ХӘРБИ ЮЛЫ

1942 йылдың август айында хәбәрһеҙ юғалған Хәбибулла Тажетдин улы Хилажевтың ғаиләһе күп йылдар уның хаҡында бер нимә лә белмәй. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығы айҡанлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ хәтере” һәм “Мемориал” эҙләп табыу системаһы ярҙамында ейәндәре олаталарының данлы һуғыш юлы хаҡында ентекле мәғлүмәт ала алған.
“Беҙҙең атайыбыҙ Хәбибулла Тажетдин улы 1902 йылда Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килә, Ленин исемендәге колхозда бригадир булып эшләй, әсәйебеҙ Зәкиә Ғибаҙулла ҡыҙы менән улар ете бала тәрбиәләй. Атайыбыҙҙы Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың 5 февралендә алалар, ул ваҡытта минең кесе һеңлем 18 генә көнлөк ине. Фронтҡа киткәндә әсәйемә: “Балаларҙы һаҡла!” – тип әйткәнен хәтерләйем,” – тип һөйләй ҡыҙы Зәнфирә Хәбибулла ҡыҙы.
Сулея станцияһына уны эш атында улы – үҫмер малай Сәмиғулла алып бара, һуңынан ул, атаһының хеҙмәт юлын дауам итеп, республикала, илдә танылыу алған бригадир булып китә.
Йәш һалдат курсын Х. Хилажев Ырымбур өлкәһенең Бөғуруслан районында үтә һәм Ленинград фронтының 10-сы уҡсылар дивизияһы 204-се уҡсылар полкына тәғәйенләнә.
Уның ейәне, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының (МЧС) отставкалағы полковнигы Шамил Сәмиғулла улы беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Беҙ 1942 йылдың 29 майында олатайымдың госпиталгә эләгеүен, 1942 йылдың 10 июлендә оҙатыу пунктына килеүен һәм 17-се айырым һауығыусылар батальонына ебәрелеүен асыҡлай алдыҡ. Артабан уны 70-се уҡсылар дивизияһының 252-се Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар полкына билдәләйҙәр. Сентябрҙә дивизия һөжүм итеүсе группа составында төтөн шаршауы аҫтында Дубровка ауылы районында Нева йылғаһы аша сыға. Дошмандың ҡаты уты аҫтында 3770 кеше һәләк була. Был алышта олатайыбыҙ яралана һәм 4176-сы госпиталгә эләгә. Беҙ яраланған һалдат Хәбибулла Хилажевтың иҫәп карточкаһын таба алдыҡ.” Өйгә яҙған хаттарының береһендә ул разведкаға барыуы һәм мөһим “телде” команда пунктына килтереүе хаҡында яҙған була.
Ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн 1943 йылдың 1 июнендә пулеметсы-ҡыҙылармеец Хәбибулла Хилажевҡа 45-се Ленин орденлы Гвардия уҡсылар дивизияһының 134-се Ҡыҙыл Байраҡлы Гвардия полкы командиры, полковник Михаил Спектор “Ленинградты һаҡлаған өсөн” миҙалын тапшыра. Был хаҡта Мәскәү өлкәһенең Үҙәк архивында акт бар. Архив белешмәләренең йәшеренлеге 2009 йылда бөтөрөлә һәм 2016 йылда ғына барыһы өсөн дә ундағы белешмәләр менән танышыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
“1943 йылдың 22 июленән 22 авгусына тиклем дивизия 67-се Армия частары менән берлектә Мга һөжүм операцияһында ҡатнаша.
Сентябрҙә Ленинград фронтының 67-се армияһы һәм Волхов фронтының 8-1 армияһы Синявский ҡалҡыулыҡтарын яулап алыу маҡсатында локаль хәрби операция үткәрә. Был районда торф һаҙҙарының күплеге һәм тупраҡтың артыҡ батҡыл булыуы һөжүм хәрәкәтен алып барыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп, беҙҙең частар дошмандың көслө терәк пункты булған Синявино станцияһын баҫып ала. Был алышта Совет Армияһы ла ҙур юғалтыуҙар кисерә. Элек иҫәпләнгәнсә, 1942 йылда түгел, тап ошо алыш барған урында һалдат Х. Хилажев хәбәрһеҙ юғалған,” – тип иҫәпләй уның ейәне.
Герой яҡташыбыҙҙың ете балаһы ла яҡшы кешеләр булып үҫеп етә. Уларҙың һәр ҡайһыһы тырыш хеҙмәт юлы үтә. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында ейәндәре эшләп йөрөй, өлкән быуындың данлы үткәне менән ғорурланған бүләләре, тыуасалары үҫеп килә.


Фото ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас: