Бынан бер нисә йылдар элек Еңеү көнө алдынан уҡыусылар менән “Хәтер китабы”ның яңы баҫмаһы менән таныштыҡ. Шул саҡта бер уҡыусым үҙенең фамилияһындағы исемде табып, һуғышта үлеп ҡалған был ауылдашыбыҙҙың туғаны икәнен белеп алды. Беҙ һалдаттың һуғышта үткән юлы тураһында мәғлүмәт йыйырға булдыҡ. Яҡын туғандары Үрге Ҡыйғы ауылының 8 Март һәм Ленин урамдарында йәшәүҙәрен асыҡланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр яҡташыбыҙҙың фотоһүрәте лә, хаты ла һаҡланмаған булып сыҡты.
Был яҙмамда мин һуғыш тарихын, аныҡ даталарҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусы ябай совет һалдаты – яҡташыбыҙҙың бер батырлығын ғына һүрәтләнем. Еңеү таңы ана шундай батырҙар исеме менән атты!
Мәғәфүров Миңлеғәлим Мәғәфүр улы һуғыш башланған көндө үк ҡулына ғариза тотоп Ҡыйғы районы хәрби комиссариатына килә. Уның теләген ҡәнәғәтләндерәләр – 38 йәшлек ирҙең ут сәсеп торған сағы. Ҡатыны Шәрәфиниса өйҙә итәк тулы балалары менән тороп ҡала.
Ҡаты һуғыштарҙың береһендә Миңлеғәлим, ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Яраларын дауалағандан һуң уға тыуған яҡтарына ялға ҡайтыу мөмкинлеге булыуы тураһында хәбәр итәләр. Тик был турала уның ишеткеһе лә килмәй. Дошманды еңеп, уны илдән ҡыуып, тыуған яҡтарына ҡайтҡыһы килә уның.
Бына ул тағын фронт һыҙығында, ут аҫтында. Миңлеғәлим, һуғыштың оло оҙон юлы аша, иптәштәре менән төрлө батырлыҡтар күрһәтеп, дошмандың ерҙәренә барып етә, күп тапҡырҙар уға үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Миңлеғәлим Мәғәфүр улы күп һанлы миҙалдар менән наградлана. Уның өсөн иң ҡәҙерлеһе “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены була. Был юғары дәрәжәләге хәрби награданы ҡасан, нисек, ни өсөн алғанын яҡындарына, туғандарына ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хистәре менән иң һуңғы хаты аша хәбәр итеп өлгөрә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хат һаҡланмаған, ләкин эстәлеге яҡын туғандары хәтерендә һаҡланып ҡалған.
Сталинград ҡалаһы өсөн ҡаты һуғыштар бара. Тирә-яҡ ут эсендә. Дошман баҫып алған ҡаланы беҙҙең армия частары азат итер өсөн бер көсөн һалып һуғыша. Ут һәм ҡара төтөн менән бергә тупраҡ ҡатнаш томаланған һауала бер ниндәй асыҡлыҡ юҡ, ер бомба, снаряд ярылыуы тауышынан дер ҡалтырай, ҡолаҡтар тона, тирә-яҡта бер нәмә күренмәй. Пулялар һыҙғыра, тимергә тимер бәрелә, гранаталар шартлай.
Ҡалала тыныс халыҡ эвакуацияланып бөтмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро, бала-саға ике ут араһында тороп ҡалалар. Беҙҙекеләр өсөн был да ныҡ уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, айырым хәрби тактика һәм һаҡлыҡ менән һөжүм итеүҙе һорай. Ҡалала аслыҡ, һыуыҡ, халыҡҡа бер ниндәй ярҙам килә алмай. Ҡорал, яралыларға ярҙам етешмәй. Шул уҡ ваҡытта дошман ныҡ ҡоралланған. Ҡаланың эсендә лә, ҡырыйында ла юғалтыуҙарҙың осо-ҡырыйы күренмәй.
Тик совет һуғышсылары яҡшы аңлай: иң ҙур көс Ҡыҙыл Армия яғында, сөнки беҙ үҙ Тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ, тыуған еребеҙ өсөн көрәшәбеҙ.
Сталинград ҡалаһы өсөн барған ҡаты һуғыш көндәрендә Миңлеғәлимдең взводы дошман ҡамауында ҡала. Ҡыштың иң зәһәр ваҡыты, һәр сантиметр ер өсөн ҡан ҡойола, ике аҙым алға атлау ҙа еңеүҙе яҡынайтыуын һәр кем аңлай. Нисек тә ҡамалыштан сығырға кәрәк. Етмәһә, взвод һуғыш хәрәкәтенең иң асыҡ майҙанында ята. Шул ваҡыт кинәт командир ҡаты яралана һәм шунда уҡ йән бирә. Ә дошмандың снайперҙары, кем ҡыбырлай, сүпләп кенә торалар. Береһе артынан береһе һәләк булып торған иптәштәрен күреп, рядовой Миңлеғәлим ҡыйыу рәүештә командалыҡты үҙенә ала. Хәҙер иптәштәренең дә, үҙенең дә яҙмышы – барыһы ла унан тора. Төп маҡсат – дошманға бирелмәҫкә, ҡамауҙан сығып, ҡаланы азат итеү өсөн барған һуғышты үҙебеҙҙең ғәскәрҙәр менән бергә тамамларға.
Миңлеғәлим, тирә-яҡты күҙәтеп, уңайлы позиция эҙләй башлай. Ҡайҙандыр бик йәшертен генә минут һайын иптәштәрен сүпләп торған снайперҙың позицияһын табып, фрицты юҡ итеү уның теләге.
Ана, йыраҡ түгел бомба төшөп ярылған соҡор күренә. Ара 2–3 метр ғына, ләкин ул да – йәшәү менән үлем араһы… Нисек шул соҡорҙоң төбөнә төшөп ышыҡланырға? “Булһа булыр, булмаһа, Хоҙайға тапшырам үҙемде!” – тип, секунд эсендә кәүҙәһен ерҙән күтәреп, пуля тиҙлегендә соҡор эсенә ата. Бына ул тәрән булмаған соҡор төбөндә. Эйе, бик уңайлы урынға эләккән, бынан тирә-яҡ яҡшы һәм бик асыҡ күренә икән. Былай булғас, теге снайперҙы табасаҡ. Шул саҡ йыраҡ түгел ағас башында нимәлер һелкенеп ҡуйыуын күреп ҡала. Бына уның автоматы минут һайын иптәштәрен юҡ итеп ултырған дошман позицияһына төҙәлә һәм асы нәфрәт менән автомат очереде!!! Айыу кеүек йыуан кәүҙәле фриц, юлында осраған ағас ботаҡтарын һындыра-һындыра, йөҙтүбән ергә килеп төшә.
Командир Миңлеғәлимдең взводы өсөн ҡурҡыныс ваҡытлыса тынып ҡала.
28 һуғышсынан бары 15 иптәше тере ҡалған була. Ә шулай ҙа сыҙап тора алмаҫлыҡ ауыр шарттарҙы еңеп, батыр егеттәребеҙ Миңлеғәлим командалығында ҡамалыштан сыға алалар.
Ҡыйыу һуғышсы, ауылдашыбыҙ Миңлеғәлим Мәғәфүров был батырлығын эшләгән сағында әлегә белмәй, күҙ алдына ла килтермәй: ул совет ғәскәрҙәре составында дошманды илдән ҡыуып сығарасаҡ, Бөйөк Еңеүгә аҙ ғына көндәр ҡалғас, 1945 йылдың ғинуарында тыуған ил азатлығы өсөн батырҙарса һәләк буласаҡ...
Ә әлегә уның өсөн һуғыш бөтмәгән… Ана ул һуғыш тынып торған арала тыуған яҡтарына һуңғы хатын яҙа, унда үҙенең батырлығы өсөн алған миҙалдары йәнәшенә “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены ла өҫтәлеүе хаҡында ҙур ғорурлыҡ һәм шатлыҡ менән бәйән итә…