ДОСААФ-тың Ҡыйғы бүлексәһендә 15 курсант МТ-ЛБ (еңел бронялы күп функциялы тягач) менән идара итеү буйынса имтихан тапшырҙы.
Танкодромда егеттәр менән һынауҙы имтихан комиссияһы рәйесе, Ҡыйғы һәм Балаҡай райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы Н. Скурихин уҙғарҙы. Уның әйтеүенә ҡарағанда, беҙҙең республикалағы башҡа ДОСААФ бүлексәләрендә МТ-ЛБ водитель-механиктарын әҙерләү бойомға ашырылмай.
“Уҡыу төркөмө Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссариат ҡарарына ярашлы Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы ауылындағы филиалы сығарылыш уҡыусылары иҫәбенән төҙөлдө. Егеттәр 2,5 ай эсендә хәрби техниканы яҡшылап өйрәнде һәм имтиханда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Уларҙың барыһы ла МТ-ЛБ водитель-механигы таныҡлығын аласаҡ. Бында производствола уҡытыу мастерҙарын И. Хәкимов менән А. Кәлимуллиндың тырышлығы ҙур. 21–24 июндә туғыҙ курсант әрме хеҙмәтенә юлланасаҡ та инде,” – тип һөйләне Николай Иванович. Ул егеттәргә РФ Ҡораллы Көстәре сафында намыҫ менән хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе рәйесе В. Фәхретдинов әйтеүенсә, ауыл ситендәге майҙан, ландшафт үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, танкодром өсөн бүленгән (тәрән соҡор, текә үрҙәр һәм төшөү урындары бар). Майҙанды ҡуртымға алыуға документтарҙы әҙерләү тамамланған.