Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Июнь 2019, 14:36

Пенсионерҙар һәм эшләүселәр һаны ҡасан тигеҙләнәсәк?

Миграция темпы һаҡланған осраҡта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында 2031 йылға 1000 эшләүсегә 900 пенсионер тура киләсәк.

Миграция темпы һаҡланған осраҡта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында 2031 йылға 1000 эшләүсегә 900 пенсионер тура киләсәк. Эксперттар тикшеренеү һөҙөмтәләрен республика Дәүләт Йыйылышында “Башҡортостандың демографик үҫеше” тип аталған түңәрәк өҫтәл барышында хәбәр итте.
Ғалимдар алдан һигеҙ район – Асҡын, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Нуриман, Салауат, Балаҡатай, Ҡариҙел райондары өсөн ун йыллыҡ аҙағына прогноз яһағайны. Хәҙер улар һөҙөмтәләрҙе сағыштыра алды. Тыуым һәм үлем кимәле күрһәткестәре көтөлгәндән яҡшыраҡ булып сыҡты, миграцион кәмеү иһә – көтөлгәндән ярайһы уҡ насарыраҡ.
Мәҫәлән, 2018 йылда субтөбәктә 2089 бала тыуған, прогноз 2010 булған (күрһәткес 2014 йыл кимәлендә һаҡланып ҡалған). 2578 үлем осрағы теркәлгән, прогноз – 2994. Күсеп китеүселәр 2017 йылда 1140 кеше, 2018 йылда 1802 кеше булған, алдан фаразлау буйынса – 1072 кеше.
Ваҡиғалар ошолай үҫешкәндә, 2031 йылда уҡ төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 1000 эшләүсе кешегә 900-ҙән ашыу пенсионерҙың тура килеүе ихтимал. Хәҙер был күрһәткес 450 тәшкил итә.
Читайте нас: