Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь 2019, 16:42

АУЫЛ МАЛАЙЫНАН АЛЫП МИНИСТРҒА ТИКЛЕМ

Был кешенең тормош, фронт юлдары, хеҙмәт биографияһы мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Һәм мине уның, төпкөл ауылда үҫкән ябай малайҙың, ошондай бейеклектәргә менеп етә алыуы һәр саҡ аптыратты.

Был кешенең тормош, фронт юлдары, хеҙмәт биографияһы мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Һәм мине уның, төпкөл ауылда үҫкән ябай малайҙың, ошондай бейеклектәргә менеп етә алыуы һәр саҡ аптыратты.
Йонос Муса улы Мусин 1903 йылда Түбәнге Ҡыйғы ауылында ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Уның ата-әсәһе тыуған ерҙәре булған элекке Ҡазан губернаһы Мамадыш өйәҙе Сатыш волосы Саба ауылынан Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Бишәүҙәр ауылына күсеп килә. Әммә бер йылдан һуң Түбәнге Ҡыйғы ауылына күсенә. Был яҡтарға килеп, байып киткән Закир Ғөбәйҙуллинға батрак булып, донъя ҡороп алып китәләр. Муса менән Фәрбизәнең 11 балаһы ла Түбәнге Ҡыйғыла донъяға килә. Атаһы Муса Түбәнге Ҡыйғы ауылы зыяратының төньяҡ-көнбайыш мөйөшөнә күмелгән. Уның ҡәберенә ғәрәп телендә яҙылған таш ҡуйылған.
Йонос бала саҡтан урындағы байҙарға хеҙмәт итә һәм ошонда “… 1917 йылдың ҡабатланмаҫ һәм онотолмаҫ февраль иртәһен” ҡаршылай. Ул 1918 йылдың йәйендә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында булған ҡыҙғаныслы хәлдәрҙең шаһиты була. Һуңынан был хаҡта ул “Хәтер сылбырҙары: ветеран яҙмаларынан” китабында: “Бигерәк тә контрреволюционерҙар башҡорт һәм татар ауылдарында баш-баштаҡланды… Контрреволюционерҙарҙың фетнәһенең үҙәге булып ҡом-таш юлы буйында ятҡан, Златоуст һәм фетнәселәрҙең башҡа үҙәктәре менән бәйләнешле Үрге Ҡыйғы ауылы торҙо,” – тип яҙа. 1919 йылдың июль айында, Түбәнге Ҡыйғы ауылы Колчак һалдаттарынан азат ителеүҙең икенсе көнөнә үк, ҡыҙылдарҙың пулемет командаһы командиры уны ат күсере итеп ала – уға ул ваҡытта 15 йәш ярым була.
1919 йылда Дыуан-Көҙәй кантонында комсомол ячейкалары төҙөлә башлай, ә 1920 йылдың июлендә Түбәнге Ҡыйғы ауылында беренсе йыйылыш үткәрелә. Йыйылышта 60 кеше шунда уҡ комсомол сафына баҫа, Йонос Мусин РКСМ-дың олоҫ комитеты рәйесе итеп һайлана. Артабан Түбәнге Ҡыйғы ауылы егете айырым тәғәйенләнешле частарҙа (ЧОН) хеҙмәт итә. Улар халыҡҡа төрлө ярҙам күрһәтә һәм улар булышлығында 22-се йылда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы бандиттарҙан азат ителә.
1925 йылда ЧОН-да хеҙмәт итеүселәрҙе, шул иҫәптән Й. Мусинды ла Ура Азияға баҫмасылар менән көрәшкә ебәрәләр. Команда тулыһынса башҡорт һәм татар йәштәренән торған була. Бында ул легендар генерал Панфилов Иван Васильевич менән яҡындан таныша. Улар 1928 йылдан, Тажикстан тауҙарында һәм Төркмәнстан ҡомдарында баҫмасыларға ҡаршы көрәш алып барған ваҡыттарҙан алып дуҫ булалар. Ул ваҡытта ҡаһарман командир Йонос Мусин 8-се айырым Төркөстан бригадаһының 84-се дүрт тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия полкында хеҙмәт итә. Алыштарҙағы ҡыйыулығы, батырлығы менән өлкән иптәшенең ихтирамын яулай. Уны И. Панфилов юғары баһалай һәм һәр ваҡыт уға айырата иғтибарлы була.
Мусин И. Панфилов менән һуғыш алды йылдарында, ул Ҡырғыҙ ССР-ның хәрби комиссариатын етәкләгәндә, айырыуса йыш осраша.
1926 йылда Термезға поход барышында ул икенсе легендар шәхес – Ҡыҙыл Армия командармы-инспекторы С.М. Буденный менән таныша.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Й. Мусин 83-сө кавалерия дивизияһының 231-се полкы штаб начальнигы вазифаһында фронтҡа китә. Оҙаҡлай дивизия Брянск фронтының 61-се армияһы составына ҡушыла һәм Калуга, Брянск һәм Орлов өлкәләренең урманлы ерҙәрендә хеҙмәт итә. Харьков эргәһендә ул буласаҡ армия генералы һәм Чехословакияның буласаҡ президенты Людвиг Свобода менән дә осраша.
1943 йылда Й. Мусин Советтар Союзы маршалы, кавалерия командующийы С.М. Буденныйҙың приказы менән дүрт корпуслы гарнизон мәктәбенең начальнигы итеп тәғәйенләнә. Дүрт кавалерия корпусының айырым уҡыу дивизиондары Мәскәү өлкәһенең көнбайыш районында урынлашҡан була һәм сәйәси, хәрби әҙерлек үткәреп, фронт, еңеү өсөн кадрҙар әҙерләй.
Й. Мусиндың фронт юлдары айырым өйрәнеүҙе талап итә, шуға күрә, тыуған яҡты өйрәнеүсе тарихсылар, быныһы һеҙҙең өлөш. Ә мин командир Й. Мусин эшмәкәрлегенең айырым мәлдәрен билдәләп үтер инем, бигерәк тә уның һәр эшкә айырым хужаларса ҡарашын, үҙенә йөкмәтелгән хәрби подразделениелағы һалдаттарға ҡарата даими хәстәрлеген. Был корпус мәктәбенә тәжрибәле фронтовиктар килә, улар араһында яраланып һәм контузия алып,сәләмәтлеген нығытыуға мохтаждар ҙа күп була. Ҡатмарлы һуғыш йылдарындағы фронт ауырлыҡтары, тейешенсә туҡланмау сәбәпле һалдаттарҙың сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған, ә уҡыу физик көс талап итә. Шуға күрә ул ҡымыҙ менән дауалауҙы ойошторорға һәм умарталыҡ асырға ҡарар итә. С.М. Буденный уның был башланғысын хуплай һәм “Бына Мусин ысын ҡырғыҙ: бында ла ҡымыҙҙан баш тартмай,” – тип шаярта.
Ике орденлы 33-сө гвардия кавалерия полкы командиры, 14 хәрби награда кавалеры, подполковник Й. Мусин Еңеү көнөн Прага янында ҡаршылай.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ҡырғыҙ ССР-ы Хөкүмәтендә яуаплы урындарҙы биләй: 8 йыл мәғариф министры урынбаҫары була, 16 йыл республиканың Мәҙәниәт министрлығын етәкләй. 2 китап баҫтырып сығара: 1973 йылда – “Ҡырғыҙ халыҡ уйындары”, 1982 йылда – “Хәтер сылбыры” иҫтәлектәр китабы.
Ҡыйғы районының тағы ла бер танылыу алған шәхесе Хатмулла Мусин – Йонос Муса улының ҡустыһы. Тыуған ауылында ул башланғыс белем ала. Златоуст ҡалаһында ФЗО-ла уҡый. 1941 йылда Ҡырғыҙ педагогия институтының тарих факультетын тамамлап сыға. Һуғыштағы ҡаһарманлығы һәм батырлығын хәрби наградалары, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Бөйөк Ватан һуғышы ордендары һәм күп һанлы миҙалдары иҫбатлай. Демобилизацияланғандан һуң майор Х. Мусин 1947 йылда Ҡырғыҙ педагогия институты аспирантураһына уҡырға инә, 1965 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, ошо институттың профессоры булып китә.
Минеңсә, танылыу алған дәүләт эшмәкәре Сабир Ваһапов, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе Ричард Аллаяров, танылыу алған ғалим-математик, РФ Дәүләт премияһы лауреаты Венер Ғәлин һәм башҡаларҙың Мусиндарҙың туғандары булыуы ла уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлылыр, тип уйлайым.
Ошо мәҡәләм Түбәнге Ҡыйғы ауылының данлыҡлы кешеһе Й.М. Мусиндың тормош юлын өйрәнеүгә этәргес булып торһа, мин бик шат булыр инем.


Ғәлимйән Кәримов, журналистика ветераны (1988 йылдан СССР, РФ, БР журналистар Союзы ағзаһы).
Читайте нас: