Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор – мал аҙығы әҙерләү ваҡыты етте. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов “2019–2020 йылдарҙа мал ҡышлатыуға тупаҫ һәм һутлы мал аҙығын әҙерләү тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был ҡарарға ярашлы, һәр шартлы малға кәмендә 23 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә кәрәк.
“Л.Р. Хафизов” КФХ-һы һәм “Ғаилә фермаһы” ЯСЙ-һы хеҙмәтсәндәре, ике хужалыҡтың көсөн берләштереп, “Ғаилә фермаһы” баҫыуҙарында үҫкән көнсығыш кәзә үләне менән ҡылсыҡһыҙ күстерәне КФХ-ның сенаж соҡорона һала.
Күп йыллыҡ үләндәрҙе МТЗ-82 тракторына беркетелгән КСД-2,0 комбайны ярҙамында Тимур Нәсиров саба. Йәшел массаны “КамАЗ” автомобилдәрендә өс водитель: Фидан Әхмәтйәнов, Эльмир Сәғәҙиев һәм КФХ башлығы Ленат Хафизов өҙлөкһөҙ ташый. Сенажды тығыҙлауҙы МТЗ-1221.2 тракторында Радик Әкрәмов башҡара. Консервант сифатында тоҙ ҡулланыла. Уны Рафил Мөфтәхов һибеп сыға. Бөгөнгә 520 тонна сенаж әҙерләнгән.
План буйынса ике хужалыҡ 790 тонна бесән әҙерләргә, мал аҙығын анализға тапшырырға тейеш.
Автор фотоһы.