Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь 2019, 16:18
ДҮРТЕНСЕЛӘРҘЕҢ УҢЫШТАРЫ
Май айы һуңында Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсы гала-концерты үтте.
Май айы һуңында Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсы гала-концерты үтте. Быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған был конкурста 700 самаһы бала ҡатнашты. Әкиәтте сәхнәләштереү номинацияһында 60 балалар коллективы сығыш яһаны.
Ибрай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары фольклор коллективы ла һынатманы, улар ошо коллективтар араһында 3-сө урын алып, диплом һәм ҡиммәтле матур бүләктәр менән бүләкләнде. Был конкурсҡа кескәй әртистәребеҙ “Башаҡ” исемле украин халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Әкиәт “Кем эшләмәй – шул ашамай” тигән һығымтаға килтерә.
“Балаңды яратһаң, уға әкиәт һөйлә”, тигән әйтем бар. Әкиәтте балаларығыҙға күрһәтеп шатландырырға теләһәгеҙ, ошо сайтҡа инеп ҡарай алаһығыҙ
https://vk.com/club181251076
(18 майҙа ҡуйылған.)
Аҙ комплектлы мәктәптә ошондай талантҡа эйә булған балаларҙы күрә белеү һәм уларҙың һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләү – үҙе бер оло хеҙмәт. Класс етәкселәре Әхмәтйәнова Зифа Шаһи ҡыҙы 4 йыл уҡыу дәүерендә ошо зирәк балаларҙы төрлө бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа актив ҡатнаштырырға тырышты. Был тырышлыҡ ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. 5 ҡыҙ ғына булыуына ҡарамаҫтан, кластың быйылғы уҡыу йылындағы еңеүҙәре күп. Хизбуллина Арина – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса районда 1-се урын, Ҡолмөхәмәтова Гөлзада Салауат шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса – 1 урын, ә Малаяҙҙа үткәрелгән төбәк бәйгеһендә 3-сө урын яуланы. “Йырлайым һиңә, Башҡортостан” район иншалар конкурсында Аллабердина Гөлсәсәк – 1-се урынға, “Райондың йәш таланттары” конкурсында был фольклор төркөм 2-се урынға лайыҡ булды. Ә район кимәлендә үткән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында 1-се урын алыу республика кимәленә сығырға хоҡуҡ бирҙе. Ошолай итеп, унда ла һынатманылар. Афарин, ҡыҙҙар!
Ошондай тилбер һәм һәләтле ул дүртенселәр. “Шундай балалар тәрбиәләгән һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ата-әсәләргә лә ҙур рәхмәтемде еткергем килә,” – ти класс етәксеһе Зифа Шаһи ҡыҙы.
Балалар шатланып көтөп алған каникулдарын лагерь майҙансығында башлап ебәрҙеләр. Бында ла улар иң активтары.
Ошо зирәк тә, отҡор ҙа уҡыусыларыбыҙға йәйге ялдарын күңелле итеп үткәреп, киләһе уҡыу йылын яңы көс, дәрт менән башлап, мәктәбебеҙгә тағы ла күберәк еңеүҙәр алып килеүҙәрен теләйбеҙ.
Г.Ю. Зәйнуллина,
башланғыс класс уҡытыусыһы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: