“Тура линия–2019”: 4 сәғәт эсендә Владимир Путин 81 һорауға яуап бирҙе
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, рәсәйлеләрҙе әлеге ваҡытта килем кимәле, һаулыҡ һаҡлау, сүп-сар мәсьәләһе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эше кеүек мөһим темалар борсой. Был проблемаларҙы тикшереүҙә шулай уҡ министрҙар, төбәктәр етәкселәре ҡатнашты.
Граждандарҙың реаль килемдәре тураһында һөйләгәндә В. Путин һуңғы йылдарҙа уларҙың кәмеүен таныны. Ләкин әлеге ваҡытта килемдәр аҡрынлап арта.
“Реаль эш хаҡы буйынса: 2018 йылда үҫеш темпы 8,5% булды, хәҙер – 2%, майҙа 2,8% тип иҫәпләнде. Беҙ минималь хеҙмәт хаҡы күләмен арттырҙыҡ, уны йәшәү минимумына тиклем күтәрҙек,” – тип һөйләне Президент һәм ҡартлыҡ буйынса пенсияның 2019 йылда 7,05 процентҡа артыуын билдәләне.
Дәүләт башлығы тормош кимәлен үҫтереүҙең төп шарты булараҡ хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙе һәм иҡтисадты үҫтереүҙе атаны.
Был юлы сүплектәр һәм сүп эшкәртеү тураһында һорауҙар йыш яңғыраны. РФ Президенты был өлкәлә реформаны бойомға ашырыуҙы үҙе күҙәтәсәген белдерҙе. “Кешеләр һөҙөмтәне күрергә тейеш. 20 йылға һуҙырға ярамай,” – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.
Тура эфир барышында Владимир Путин милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында ла һөйләне. Уларҙы финаслау өсөн РФ Хөкүмәте, шул иҫәптән, өҫтәлгән хаҡҡа һалымды 18 проценттан 20 процентҡаса күтәрҙе, тип хәтергә төшөрҙө ул. “Бер ни тиклем кире факторҙарға ҡарамаҫтан, милли проекттар ресурстарҙы туплап, билдәле үҫешкә өлгәшергә мөмкинлек бирә,” – тип аңлатты Президент. “Һөҙөмтә хәҙерҙән үк һиҙелергә тейеш – быйыл да, алдағы йылда ла, артабан да. Был килем, эш хаҡы кимәлендә лә сағылырға тейеш,” – тине дәүләт башлығы.
Коррупцияға ҡаршы көрәш тура линия барышында тағы ла бер көнүҙәк тема булып торҙо. “Мин бының өсөн яуаплылыҡ тоям,” – тине В. Путин һәм коррупцион енәйәттәр буйынса эштәрҙең асыҡтан-асыҡ алып барылырға һәм ахырынаса еткерелергә тейешлеген билдәләне. “Түрәләр, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе вәкилдәре айырым урын биләй. Һәм уларҙан һәр саҡ айырым һорау алынасаҡ,” – тип киҫәтте Президент.
Рәсәйҙең сит илдәр менән мөнәсәбәттәре тураһында һорауға яуап биреп, Владимир Путин тәү сиратта үҙебеҙҙең милли мәнфәғәттәрҙән сығып эш итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К. Толкачев:
“Ил халҡы менән аралашыуҙың бындай форматы донъяла башҡа бер илдә лә ҡулланылмай, – тип билдәләне. – Эфир сираттағы тапҡыр рәсәйлеләрҙән миллиондарса һорауҙы йыйҙы. Уларҙың иң актуаль булғандарына яуап биреү, проблемаларҙы реаль ваҡыт режимында, тура эфирҙа бөтә халыҡ алдында хәл итеү Президенттан ҙур һөнәри компетентлылыҡ, бөтә темалар буйынса мәғлүмәткә эйә булыуҙы, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүҙе талап итә”.
Константин Толкачев “Тура линия” традицияһы ил өсөн иң ҡатмарлы йылдарҙа, тотороҡло булмаған сәйәси һәм иҡтисади шарттарҙа ла туҡталып ҡалмауын әйтеп китте.