Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь 2019, 16:28

МАЛДАР ҘА ТЕҮӘЛ, ХУЖАЛАР ҘА ТЫНЫС

Ауыл кешеләре өсөн мал үрсетеү традицион һәм үтә лә кәрәкле шөғөл булып тора.

Ауыл кешеләре өсөн мал үрсетеү традицион һәм үтә лә кәрәкле шөғөл булып тора. Халыҡтың малын көтөүҙе дөрөҫ ойошторғанда, барлыҡ проблемалар юғала: сәсеүлектәр ҙә тапалмай, хужалар ҙа үҙ малдары өсөн тыныс. Йыланлы ауыл биләмәһендә был эш яйға һалынған.

Әй йылғаһы буйындағы көтөүлектә Ришат Ниғмәтйәнов бына алтынсы йыл инде ауылдаштарының малын көтә. “Малдарҙы көтөүлеккә беҙ апрель аҙағында уҡ сығарҙыҡ. Минең ҡарамаҡта – 85 баш һыйыр малы һәм тиҫтәләгән һарыҡ-кәзә. Уларҙы көтөргә тоғро дуҫым Аҡтырнаҡ ярҙам итә,” – тип һөйләй Ришат Ғәлләм улы.

Ауыл биләмәһе башлығы А. Шәнгәрәев: “Йыланлы ауылында халыҡтың малы өсөн дүрт көтөү ойошторолған. Һәр ҡайһыһына көтөүсе беркетелгән. Ауыл халҡы бик күп йылҡы малы аҫрай. Быйыл беҙ өҫтәмә рәүештә 23 гектар ерҙе аттарҙы йөрөтөү өсөн бүлдек һәм көтөүсе тәғәйенләнек. Ауыл эргәһенән автомобиль трассаһы үткәнлектән, малдарҙы, бигерәк тә аттарҙы ирекле сығарып ҡуйыу үтә лә хәүефле.

Вәҡиер һәм Ҡөлмәт ауылдарында малдарҙы хужалар үҙҙәре алмашлап көтә,” – тип һөйләне.


Автор фотоһы.
Читайте нас: