ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе отчет-һайлау йыйылышы үтте. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Ғәйфуллин, ДОСААФ-тың башланғыс бүлексәләренән делегаттар, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы Н. Скурихин, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Урындағы ойошманың һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән ДОСААФ бүлексәһе рәйесе В. Фәхретдинов сығыш яһаны. Ул йыйылыусылар алдында башҡарылған эштәр тураһында отчет бирҙе, алда торған бурыстар тураһында һөйләне. Урындағы бүлексә РФ Ҡораллы Көстәре сафына алынасаҡ егеттәрҙе ВУС-837 (КамАЗ-4310, Урал-4320 водителдәре), ВУС-843 (МТ-ЛБ водитель-механиктары) һөнәрҙәре буйынса әҙерләүҙе башҡара. “Беҙҙә белгестәр әҙерләү өсөн барлыҡ кәрәкле техник саралар, автомобилдәр бар, ләкин уҡыу бүлмәләре етешмәй. Республиканың төньяҡ-көнсығышында ВУС белгестәрен әҙерләү үҙәген булдырыу тураһында уйларға кәрәк,” – тине В. Фәхретдинов. Йыйылыусылар уның тәҡдимен хуплап ҡаршы алды.
Яңы срокҡа ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе Советы составы һайланды.
“Тыуған илебеҙҙең патриоттарын тәрбиәләүҙә ДОСААФ-тың роле баһалап бөткөһөҙ. Ойошма тиҫтәләрсә йылдар дауамында йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Уның бик күп тәрбиәләнеүселәре үҫеп килеүсе быуынға өлгө булып тора,” – тип билдәләне А. Ғәйфуллин.