Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июнь 2019, 13:46

Рәсәй төбәктәрендә балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеү үҙәктәре барлыҡҡа килә

Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә страховкалау компаниялары ҡатнашлығында балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеү үҙәктәре булдырылырға тейеш. Дәүләт Советы ултырышын асып, ил президенты Владимир Путин шундай йөкләмә бирҙе, тип хәбәр итә ТАСС.

«Балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеү үҙәктәре үҙҙәрен яҡшы күрһәтте. Улар 38 төбәктә бар. Бындай үҙәктәр федерацияның һәр субъектында булырға тейеш тип уйлайым, — тине дәүләт башлығы. — Хөрмәтле коллегалар, шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым».
Путин юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү дәүләттең төп бурысы булып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Даими аңлатыу эше алып барырға кәрәк, шул иҫәптән үҫеп килеүсе быуынға», — тип билдәләне ул.
Читайте нас: