Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Июнь 2019, 14:53

КИНО КҮРҺӘТЕЛӘСӘК

Район мәҙәниәт бүлеге киноға булышлыҡ итеү Фондынан кинозал яңыртыуға 5 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәште.

Элекке кинопрокат бинаһының икенсе ҡатында 50 урынлыҡ зал асыласаҡ. “Бында элек кесе кинозал була торғайны. Беҙ уны яңыртырға ҡарар иттек. Оҙаҡламай ремонт эштәре башланасаҡ, үҙгәртеп ҡороуға аҡса район бюджетынан бүленәсәк. Бер ҡыйыҡ аҫтында китапхана, тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынла- шыуы ла отошло. Тамашасылар сеанс алдынан уларҙы ла ҡарап сыға аласаҡ, шулай уҡ планда “көтөп ултырыу залы” булдырыу теләге бар, унда ял итергә, өҫтәл уйындары уйнарға, ҡыҫҡаһы, уңайлы шарттарҙа ваҡыт үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Федераль аҡса яңы цифрлаштырылған һәм тауыш ҡорамалдары, кино экраны, 3D күрһәтеү системаһы, программа-аппарат ҡорамалдары һатып алыуға тотоноласаҡ. Кино залы беренсе тамашасыларҙы йыл аҙағында уҡ ҡабул итәсәк.
Кино яратыусылар билетты Интернет аша ла һатып ала аласаҡ,” – тип һөйләне мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Шәрәфетдинов.

Читайте нас: