Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Июнь 2019, 15:03

ҠЫЙҒЫЛА ЮЛ КАМЕРАЛАРЫ ҠУЙЫЛАСАҠ

Республика юлдарында 600 яңы юл камераһы барлыҡҡа киләсәк. Ҡағиҙәләрҙе боҙоу- ҙарҙы фотоға һәм видеоға төшөрөү камералары ҡуйыу өсөн бюджеттан 2,3 миллиард һум аҡса бүленгән.

“Һәр саҡ күҙәтеп тороусы күҙ” Ҡыйғы водителдәрен дә күреп торасаҡ. Беҙ районда был камераларҙың ҡайҙа урынлаштырыласағы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ул Үрге Ҡыйғы ауылында Бөрө–Таҫтүбә–Һатҡы автомобиль юлының 226- сы километрында, Ибраһим һәм Совет урамдары киҫешкән урында ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, улар тиҙлекте арттырыуҙы ғына түгел, ҡаршы юл һәм автобус һыҙаттарына, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн билдәләнгән юлдарға сығыу һәм башҡа боҙоуҙарҙы ла теркәйәсәк. Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Читайте нас: