Ғаилә – кеше һәм йәмғиәт тормошоноң иң мөһим ҡиммәте. Шуға ла беҙҙең Рәсәй календарында өр-яңы байрам – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө барлыҡҡа килде. Был көндө мөхәббәттә һәм тоғролоҡта оҙаҡ йылдар ғүмер кисергән, балалар үҫтергән һәм намыҫлы хеҙмәт итеп, башҡалар өсөн үрнәк булған ғаиләләр тәбрик ителә.
Ауыл ерендә һәр ғаиләнең нисек тормош көтөүен барыһы ла белеп тора. Күптән түгел Ләүзә ауылынан Сажиҙә һәм Фәғил Латиповтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе күсеп китте.
"Беҙҙең Партизан урамы был изгелекле һәм ярҙамсыл, татыу ғаиләнән башҡа етемһерәп ҡалды. Балаларҙың шат көлөү тауыштары ишетелмәй, футбол һәм башҡа уйын уйнаусылар ҙа кәмеп ҡалды,” – тип уларҙы юҡһына Ләүзә ауылындағы күршеләре. Үрге Ҡыйғы ауылына күсенгән Латиповтарҙың яңы адресын асыҡлап, уларға барып ҡайтырға булдыҡ.
Ғаилә район үҙәгендәге яңы урамдарҙың береһендә, күп балалы ғаилә булараҡ алған 0,15 гектар ер участкаһына өй һалып ингән. Бүрәнә стеналарҙан ҡарағай ылыҫы еҫе аңҡый. Өйҙә йәмле һәм йылы, хужалар һәм уларҙың балалары беҙҙе ҡунаҡсыл ҡаршыланы.
Хужабикә Сажиҙә Нурғәли ҡыҙы Ләүзә ауылында тыуып үҫкән, урта мәктәпте тамамлаған. Һылыу һәм тыныс холоҡло, аҡыллы ҡыҙ Тымыҡ океанда радиотелеграфист булып хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан һәм туғандарына ҡунаҡҡа килгән егеттең иғтибарын яулай. “Мин Мәсетле районының Ҡаранай ауылынан. Сажиҙә миңә тәү күреүҙән үк оҡшаны. Башта уға яҡын барырға ҡыйыулығым етмәне, ситтән генә күҙ һалып, ҡараштарым менән мәктәптән өйөнәсә оҙатып ҡуя инем. Һуңынан батырлығым етеп һүҙ ҡуштым, ул да мине оҡшатып йөрөгән булған, бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек,” – тип һөйләй Фәғил Фәрит улы.
“Таныш булмаған, матростарға ғына хас һомғол кәүҙәле, оҙон буйлы егеткә күҙ һалмау мөмкин түгел ине. Етмәһә, ул яҡшы күңелле һәм тырыш та булып сыҡты. “Әбдрәзәк” совхозында механизатор булып эш башланы, тракторҙа ла, комбайнда ла эшләне. Балта, сүкеш менән эш итергә лә маһир. Тормош ҡороп, йәшәй башлауыбыҙға оҙаҡламай сирек быуат була. Ярты һүҙҙән бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Һәр балабыҙ донъяға килгән һайын, ғаиләбеҙ нығына ғына бара. Өйләнешкәс, ун йыл ҡәйнәм Кинйә Йыһанур ҡыҙы менән йәшәнек, ул мине үҙ балаһылай яҡын күрҙе,” – тип һөйләй Сажиҙә Нурғәли ҡыҙы.
Тәүге балалары – улдары Наил Стәрлетамаҡ ҡалаһында тренер һөнәрен алған һәм ошо ҡалала эшләй. Икенсе улдары Фидан Стәлетамаҡ ҡалаһының политехник колледжының беренсе курсын тамамлаған, өсөнсө улдары Камил туғыҙынсы класҡа бара, кесе улдары Кәримгә һигеҙ генә ай. Әсәһенең яратҡан ҡыҙы һәм ярҙамсыһы Гөлназ өсөнсө класҡа бара.
Татыу ғаиләлә бер-береһенә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлылар, һәр ғаилә ағзаһы һөйөү һәм наҙ тойоп үҫә. Улар бар эштәрҙе лә бергә башҡарып, берҙәм донъя көтә. Уртаҡ мауығыуҙары ла күп: балыҡ ҡармаҡлау, футбол, хоккей, төрлө ҡул эштәре. Йорттарын да үҙ көстәре менән күмәкләшеп һалып сыҡҡандар. “Хәҙер һарай төҙөү, ихатаны тәртипкә килереү бурысы тора. Ағас, сәскә ултыртасаҡбыҙ, мал һатып аласаҡбыҙ. Әлегә Лайка ҡушаматлы этебеҙ генә бар. Ҡош-ҡорт, башҡа мал-тыуар аҫраясаҡбыҙ. Беҙ мал ҡарарға күнеккәнбеҙ һәм был беҙгә оҡшай ҙа,” – ти ҙур ғаиләнең башлығы булған атай кеше. Ул килешеү буйынса “Үҙәк” МТС-ында комбайынсы булып эшләй. “Эшем миҙгелле, даими эш урыны табылһа, бик яҡшы булыр ине, балаларҙы уҡытаһы бар, ихаталағы төҙөлөш эштәре лә байтаҡ ҡына сығымдар талап итә. Беҙ барыбыҙ ҙа эшкә өйрәнгәнбеҙ, барыһы ла ҡулдан килер, тип уйлайым,” – тип, уҙ пландары менән уртаҡлаша йорт хужаһы.
Бына шулай үҙ көсө һәм тырышлығы менән йәшәй ғәҙәти ауыл ғаиләһе, булғандың ҡәҙерен белә. Иң мөһиме: улар бер-береһен хөрмәт итә, ярата, бер-беренә ышана. Беҙҙең ил бына шундай ғаиләләре менән көслө лә һәм улар булғанда беҙҙең халҡыбыҙҙың киләсәге лә буласаҡ.