Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2019, 17:44

"МӘКТӘПКӘ ЙЫЙЫНЫРҒА ЯРҘАМ ИТ!"

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды. 31 авгусҡа тиклем үткәрелгән акцияның маҡсаты – ауыр хәлгә тарыған балалар өсөн мәктәп кәрәк-ярағын йыйыу.

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды. 31 авгусҡа тиклем үткәрелгән акцияның маҡсаты – ауыр хәлгә тарыған балалар өсөн мәктәп кәрәк-ярағын йыйыу.

Ярҙам итергә теләүселәрҙән канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады әйберҙәре яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт иһә яңы йәки тотонолған булыуы мөмкин.

Ҡыйғы районында ярҙамды Үрге Ҡыйғы ауылы, Салауат урамы, 1 адресы буйынса эшләүсе ғаилә хеҙмәте ҡабул итә. Телефоны: 8 (34748) 3-06-95. Акцияға йомғаҡ август аҙағында яһаласаҡ.

Былтыр дөйөм тырышлыҡ менән республика буйынса 9507 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылған.


Балалыҡ хәүефһеҙлеге буйынса “Ҡыҙыу линия”: 8-800-350-12-84. Уның аша һәр битараф булмаған кеше балалар хәүефһеҙлегенә янаған факттар, юғары хәүеф объекттары тураһында хәбәр итә ала (шылтыратыу бушлай).

Читайте нас: