Район мәктәптәренең аҡыл һәм тырышлыҡтары ярҙамында тәүге һәм әһәмиәтле бүләк – “Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн “ миҙалын яулаусы иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын тантаналы тәбрикләү йолаһы яҡшы традицияға әүерелде.
Быйылғы уҡыу йылында был хөрмәткә райондың 4 белем биреү ойошмаһы: Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы, 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы, Ләүзә, Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәптәренең 12 сығарылыш уҡыусыһы лайыҡ булды. Быйылғы уҡыу йылында шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу ҙа уҡыу фәндәрен үҙләштереүҙәге уңыштың юғары күрһәткесе булып торҙо.
Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов һәм район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев тантаналы шарттарҙа сығарылыш уҡыусылары менән осрашты һәм уларҙы йылы ҡотланы. “Бер кемгә лә аңлатып тораһы юҡ, уҡыуҙа өлгәшкән уңыштар өсөн миҙал – һеҙҙең күп йыллыҡ шәхси тырышлығығыҙға баһа. Ошо мәктәп йылдары буйына һеҙгә маҡсатығыҙға юл һалып тороусы булып уҡытыусыларығыҙ, ата-әсәләрегеҙ торҙо, уларҙан башҡа бөгөнгө наградаларығыҙҙы ҡулығыҙға алыуығыҙҙы күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, уларҙың һеҙгә булған ышанысын аҡларға тырышығыҙ. Бөгөнгө ҡаҙаныштарығыҙ киләсәктә яулаясаҡ күп һанлы уңыштарығыҙ сиратында тәүгеләре булһын,” – тине И. Һаҙыев сығарышыш уҡыусыларын ҡотлап.
“Һеҙҙең киләсәк уңыштарығыҙға һәм ижади ҡомарығыҙға ышанабыҙ, йәшлек дәрте илебеҙ һәм районыбыҙҙы алға ебәреү өсөн яңы дәрт һәм көс бирер. Ирешкәндәрҙә туҡтап ҡалмағыҙ, яңы ижади бейеклектәргә, белем үрҙәренә ынтылығыҙ! Һәм мотлаҡ үҙегеҙҙең туған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙгә ышанған һәм һеҙҙе көткән яҡта эшләүе һәр саҡ яҡшы,” – тине хакимиәт башлығы Ш. Мөхәмәтдинов һәм сығарылыш уҡыусыларына уҡыуҙағы уңыштары өсөн иҫтәлекле бүләктәрҙе тапшырҙы.
Кисәге мәктәп уҡыусылары, бөгөн иһә уны тамамлаусы сығарылыш уҡыусылары өсөн иң күңелле мәл – сағыу, ярһыу, күңелле һәм вайымһыҙ бала саҡ тамамланды. Әммә алда тағы ла күркәмерәк булған йәшлек, студентлыҡ йылдары, оҙон киләсәк тора. Уларҙы оҙон, ғәжәйеп, көтөлмәгән асыштарға, мөғжизәләргә бай булған, “Өлкән тормош” тип аталған донъя көтә. Тәүге үҙ аллы аҙымдар һәм яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү ваҡыты башлана.
Бәхет һәм уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, йәштәр!