Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль 2019, 17:52

ЯНҒЫН ИҪКӘРТКЕС БӘЛӘНӘН ҠОТҠАРЫР!

Янғын ваҡытында кешеләр нигеҙҙә һөрөм газы һәм яныу продукттары менән ағыуланыуҙан һәләк була. Автономлы янғын иҫкәрткесе – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Был яйланма төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә.

Янғын ваҡытында кешеләр нигеҙҙә һөрөм газы һәм яныу продукттары менән ағыуланыуҙан һәләк була.

Автономлы янғын иҫкәрткесе – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Был яйланма төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә.

Автономлы янғын иҫкәрткестәре махсус сигнализация линияһы һалыуҙы һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡулланыуҙы талап итмәй. Кәм тигәндә йылына бер тапҡыр батареяларын алмаштырырға кәрәк. Һәм даими рәүештә, кәм тигәндә ярты йыл һайын, туҙандан эшләп китмәһен өсөн, һүтеп алып, камераһын саң һурҙырғыс менән таҙартырға кәңәш ителә.

Янғын иҫкәрткестәрен ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә.

Мәҫәлән, күптән түгел, Башҡортостандың Миәкә районында өйҙәге янғын иҫкәрткесе ярҙамында ауыр фажиғә булмай ҡалған: Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында өс балалы ғаилә йәшәгән өйҙә янғын башланған. Хужабикә янғын иҫкәрткесе тауышынан уянып, балаларын уятҡан. Ут йоҡо бүлмәһендә сыҡҡанлыҡтан, барыһы ла ишек аша сыға алған.

Янғын һүндереүселер килеүгә ағас өйҙө һәм веранданы тулыһынса ялҡын ялмаған булған. Ошолай итеп, “Ишле ғаилә” программаһы буйынса ҡуйылған янғын иҫкәрткесе ғаилә ағзаларының ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.

Июнь айында Учалы районы Ахун ауылында оҡшаш осраҡ теркәлгән. Унда өйҙөң ҡыйығы һәм верандаһы янып киткән.

Был ваҡытта өйҙә 12 һәм 13 йәшлек ике бала булған. Улар сигналды ишетеп, участкала йөрөгән аталары янына ашыҡҡан. Ғаилә башлығы ут һүндереүселәрҙе саҡырған һәм янғын туҡтатылған. Махсус яйланма арҡаһында кешеләр зыян күрмәгән.

Өйҙә прибор былтыр ишле ғаиләләр өсөн бойомға ашырылған программа буйынса ҡуйылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын иҫкәрткестәре бушлай аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә һәм балалары булған, социаль йәһәттән хәүефле һаналған ғаиләләргә бирелә. Бынан тыш, 2018 йылдан алып автономлы иҫкәрткестәр менән 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң балалары тыуған барлыҡ ғаиләләр тәьмин ителә. Был социаль ярҙам ғариза буйынса күрһәтелә.
Заявканы бер нисә ысул менән бирергә мөмкин:

Беренсенән, БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәсми сайтында “Граждандар мөрәжәғәттәре” бүлегендә, шулай уҡ “Хәүефһеҙ мөхит” порталында.

Икенсенән, түбәндәге телефондар буйынса телдән заявка ҡалдырырға була: +7 (347) 298-11-47, +7 (903) 31-11-147.


Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса бүлеге белгесе Р. Сибәғәтуллин беҙгә хәбәр итеүенсә, 2018 йылда урындағы бюджет аҡсаһы иҫәбенә бөтәһе 200 прибор һатып алынған, 192-һе ғаиләләргә тапшырылған. Льготалы категорияға инеүсе граждандар шулай уҡ үҙҙәренең йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала.


М. Низамов, 82-се янғын һүндереү часы начальнигы:

– Бөгөнгө көнгә район территорияһында 29 янғын осрағы теркәлгән (2018 йылда 15 осраҡ булғайны). Бәхеткә күрә, янғында һәләк булыусылар юҡ.

Беҙ район халҡын хәүефһеҙлек өсөн аҡса йәлләмәҫкә саҡырабыҙ. Иҫке электр сымдарын алмаштырығыҙ, электр ҡорамалдарының һәм мейестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ. Иң мөһиме – балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Йәйге каникул ваҡытында балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында янғын сығыу осраҡтары йышайҙы. Мәҫәлән, күптән түгел, Түбәнге Ҡыйғы ауылында ошондай янғын булды. Унда бала-саға тәмәке тартып маташҡан. Һөҙөмтәлә барлыҡ ҡаралтылар янып юҡҡа сыҡты, ғаилә саҡ йортһоҙ ҡалманы. Өйҙө һаҡлап ҡала алдыҡ, ләкин ҡыйығы бер ни тиклем зыян күргән.

Льготалы категорияға инмәгән граждандарға үҙҙәренә янғын иҫкәрткесе һатып алып ҡуйырға кәңәш итәбеҙ. Улар бик ҡиммәт түгел (220 һум тирәһе), ләкин бәләне киҫәтергә ныҡ ярҙам итәләр, айырыуса янғын төнгө ваҡытта сыҡҡанда.

З. Закирова әҙерләне.
Читайте нас: