Мәсәк ауылында ошо көндәрҙә Сәйетғәлиндәр ырыуының “Шәжәрә” байрамы үтте. Борон башҡорттар үҙ ырыуын ете быуынға тиклем яҡшы белергә һәм хөрмәт итергә тейеш булған, Сәйетғәлиндәр иһә ырыу шәжәрәләрен 1720 йылдан алып, 12 быуынға тиклем асыҡлай алған.
Ололарҙы хөрмәт итеп, йәштәрҙе хәстәрләп, боронғо йолалаларҙы һаҡлап, үҙ тыуған илеңде яратып, уға хеҙмәт итеп, үҙ быуыныңды танып белеп, уға таянып йәшәү – беҙҙең халыҡтың иң һоҡланғыс сифаттары. Борондан тамырҙары Мәсәк ауылына береккән ҙур һәм татыу Сәйетғәлиндәрҙең ғаиләһенә тап ошо сифаттар хас. Был ырыуҙа төрлө һөнәр кешеләре бар, уларҙың күбеһе үҙ яҙмышын тыуған тупрағы менән бәйләгән. Район һәм республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә ара йыраҡ булыуына ҡарамай, бар эштәрен ҡалдырып, туғандары эргәһенә оло ҡорға йыйылған. Осрашып, күрешкәндән һуң, ҡунаҡтар һәм туғандар урындағы “Эҫеле” шишмәһенә юлланды. Был ырыуҙа барыһының да хөрмәтен ҡаҙанған Хәлиҙә Сәйетғәлина үҙ йәшлеген иҫенә төшөрөп, килен булып төшкән туй көнөндә тәү тапҡыр шишмәгә һыуға килгәнен һөйләп китте. Йәш килендәр һалҡын, тәмле шишмә һыуынан самауырҙар ҡуйып, барыһын да хуш еҫле сәй, тәм-том менән һыйланы.
Артабан байрам ауыл клубында дауам итте, ҡунаҡтарҙы Абзай ауыл биләмәһе башлығы З. Камалов, эштәр башҡарыусы И. Шакирова, Сәйеғәлиндәр ырыуының аҡһаҡалы Р. Ҡәйүмов ҡотланы. Ҡотлауҙар һәм сығыштар үҙешмәкәр артистар, “Төйөнсөк”, “Сулпылар” фольклор ансамблдәре, “Ҡарауылтау” халыҡ инструменттары ансамблдәре ағзаларының һәм байрам ҡунаҡтарының музыкаль бүләктәре менән ҡушылып барҙы.