Салауат районының Лаҡлы ауылында 80 урынлыҡ мәктәп һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөйҙәр.
Дәүләт һатып алыуҙары сайтында хәбәр ителгәнсә, был маҡсатҡа федераль һәм республика ҡаҙналарынан 153 миллион һум бүлеү күҙаллана. Аукцион 24 июлдә була.
2019 йылда, техник заданияға ярашлы, ер эштәрен башҡарыу, нигеҙ һалыу, стеналарҙы күтәреү, ҡыйыҡ ябыу, ә 2020 йылда тәҙрәләрҙе ҡуйыу һәм эске яғын биҙәү планлаштырыла.
Эштәрҙең икенсе этабы 2020 йылдың 1 октябренә тамамланырға тейеш.