Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июль 2019, 14:01

Төбәктә бал ҡорттары ҡырылыуының сәбәбе асыҡланды

«Лямбда-цигалотрин» һәм «Эсфенвалерат» тигән ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттары ҡырылыуына сәбәпсе булған. «Башинформ» агентлығына Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Ҡотломәтов хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районында үлгән бал ҡорттары өлгөһөндә Һарытау ветеринария лабораторияһы белгестәре ошо инсектицидтарҙың эҙен тапҡан.

«Лямбда-цигалотрин» һәм «Эсфенвалерат» тигән ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттары ҡырылыуына сәбәпсе булған.
«Башинформ» агентлығына Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Ҡотломәтов хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районында үлгән бал ҡорттары өлгөһөндә Һарытау ветеринария лабораторияһы белгестәре ошо инсектицидтарҙың эҙен тапҡан.
«Шул уҡ ваҡытта умартасыларға культураларҙы эшкәртеүгә тиклем биш көн алдан иҫкәртеү, ел булмаған төндә һиптереү һәм эшкәрткәндән һуң ике көн бал ҡорттарын ояһынан сығармау кеүек инструкцияларҙы үтәгәндә был дарыуҙар бал ҡорттары өсөн хәүефһеҙ. Ошоноң береһе лә, күрәһең, эшләнмәгән», — тип хәбәр итте Ришат Ҡотломәтов.
Дарыуҙар пиретроидтар класына ҡарай, үҫемлектәрҙә 20-30 көн һаҡлана. Бал ҡортоноң нерв-паралитик һәм эсәк органдарына тәьҫир итә ала. Аталған инсектицидтарҙың Ҡытайҙа етештерелеүе билдәле.
2011 йылғаса инсектицидар әйләнешен һәм ҡулланыуҙы контролдә тотоу Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт контролендә була. Шунан һуң вәкәләттәр Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә тапшырыла, әммә белгестәр баҫыуҙарға сыҡмай, улар аҙаҡҡы продуктта химикаттарҙың эҙҙәрен генә контролдә тота. Шулай уҡ ҡулланыуҙы Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә күҙәтәләр.
Быға тиклем республиканың 10 районында бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуы тураһында хәбәр ителде.
Башҡортостанда 335,9 мең бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә, уларҙан ауыл хужалығы предприятиеларында – 9,6 мең, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында – 31,7 мең ғаилә, шәхси умартасылар 294,6 мең бал ҡорто ғаиләһе тота. Йыл һайын Башҡортостанда 12 мең тонна бал етештерелә.
Читайте нас: