Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2019, 16:40

Нефтекамала 2021 йылда татар полилингвистик мәктәп–интернаты барлыҡҡа киләсәк

2013 йылдың октябрендә ябылған Нефтекама мәктәп-интернаты базаһында татар полилингвистик мәктәп–интернаты асыласаҡ. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров уҡыу йортоноң биналарын тергеҙеү планы менән танышҡандан һуң бының турала белдерҙе.

2013 йылдың октябрендә ябылған Нефтекама мәктәп-интернаты базаһында татар полилингвистик мәктәп–интернаты асыласаҡ. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров уҡыу йортоноң биналарын тергеҙеү планы менән танышҡандан һуң бының турала белдерҙе.
Мәктәп–интернатының уҡыу корпусы 1960 йылда, дөйөм ятағы 1964 йылда сафҡа индерелгән. Унда республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан аҙ тәьмин ителгән һәм ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙән балалар 1-8 класҡа килеп уҡыған.
2010 йылда ашхана бинаһы авария хәлендә тип табылғас, бар комплексҡа реконструкция яһау өсөн проект эштәре башҡарылған. План буйынса ашхана, өҫтәлмә кластар һәм оҫтаханалар урынлашасаҡ өс ҡатлы бинаға йылы үткәргес төҙөлөргә тейеш булған. Тик проект туңдырылған һәм 2013 йылда мәктәп-интернат ябылған.
БР мәғариф министры вазифаһын үтәүсе Айбулат Хажин әйтеүенсә, биналарға тикшереү үткәрелгән, уларҙы нығытырға һәм тергеҙергә хәл ителгән. Йыйылыҡ контурын булдырыу өсөн Социаль маҡсатлы программалар фонды аша 30 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта ысынбарлыҡты тикшереү документтары әҙерләнә, ремонт эштәренә смета төҙөлә.
Уҡыу корпус 300 урынлыҡ буласаҡ, ашхана 100 урынға иҫәпләнәсәк. Учреждение тулы көн мәктәбе буласаҡ һәм унда балалар уҡыҡҙан һуң ял итәсәк, түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләнә аласаҡ.
Полилингвистик мәктәп–интернат республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәге өсөн лингвистик белем биреүгә терәк майҙансығы буласаҡ. Тел фәне менән ҡыҙыҡһынған балаларға бар шарттар тыуҙырыласаҡ. Радий Хәбиров төҙөлөштө тамамлау һәм яңы мәктәпте асыу ваҡытын 2021 йылдың 1 сентябренә ҡуйҙы.
Читайте нас: