Ләүзә ауылында 80 урынлыҡ мәктәп менән 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы бинаһын төҙөү дауам итә. Беҙ алдан хәбәр итеүебеҙсә, уның уң ҡыйығында мәктәп һәм спорт залы урын аласаҡ. Бөгөнгә бинаның стеналары күтәрелгән һәм ҡыйығы ябылған, тәҙрәләр ҡуйылған, фасады йылытылған һәм йөҙләнгән. Әлеге ваҡытта эске биҙәкләү эштәре башҡарыла. Беренсе ҡатта электр сымдары монтажлана.
Бинаның һул ҡыйығында балалар баҡсаһы урынлашасаҡ. Уның стеналары күтәрелгән һәм йылытылған, әлеге ваҡытта уларҙы йөҙләү, ҡыйығын ябыу бара. Бер үк ваҡытта төҙөүселәр социаль объект территорияһын тәртипкә килтерә.
“Барлыҡ төҙөлөш эштәре графикҡа ярашлы дауам итә. Объектты беҙ ошо йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ,” – ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Т. Хәбиров.