Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2019, 17:49

Өфөлә 200-ҙән ашыу бала талпандар тешләүгә зарланған

Баш ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы төбәк Роспотребнадзоры мәғлүмәтен һылтанып 18 июлгә ҡарата Өфө медицина учреждениеларына талпан тешләне тип 646 кеше, шул иҫәптән 222 бала мөрәжәғәт иткән тип хәбәр итә.

Баш ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы төбәк Роспотребнадзоры мәғлүмәтен һылтанып 18 июлгә ҡарата Өфө медицина учреждениеларына талпан тешләне тип 646 кеше, шул иҫәптән 222 бала мөрәжәғәт иткән тип хәбәр итә. Быйыл балалар һаны кәмерәк: былтыр 834 кеше, шул иҫәптән 342 бала табиптарға күренгән.
Быйыл талпан вируслы энцефалиты менән ауырыусылар булмаған, 2018 йылда ике осраҡ теркәлгән. Шулай ҙа 2019 йылдың тәүге яртыһында Өфөлә талпан боррелиозы менән 9 кеше зарарланған, улар араһында балалар юҡ. «Баш ҡала биләмәһендә 1356,9 гектар майҙанда акарицид эшкәртеүе үткәрелгән, был планға ҡарата 110%», — тип хәбәр итә ведомство.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы әҙерләгән мәҡәләлә нисек итеп талпандарҙан һәм энцефалиттан һаҡланырға, ҡайҙа привика яһатырға һәм табып алынған талпанды ҡайҙа алып барырға кәңәштәр бирелгән.
Читайте нас: