Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2019, 17:07

СИФАТЛЫ МАЛ АҘЫҒЫ –УҢЫШЛЫ ҠЫШЛАТЫУ НИГЕҘЕ

Ауыл хужалығы предприятиеларында яңы технологияларҙы һәм заманса техниканы ҡулланып, мал аҙығы әҙерләү уңышлы бара. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, “Ауыл хужалығы бүлеге”муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин бер нисә хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышып ҡайтты.

Ауыл хужалығы предприятиеларында яңы технологияларҙы һәм заманса техниканы ҡулланып, мал аҙығы әҙерләү уңышлы бара. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, “Ауыл хужалығы бүлеге”муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин бер нисә хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышып ҡайтты.
“А.А. Әхмәтдинов” КФХ-һында мал аҙығы биләмәләрендә күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәр, ҡыҙыл туҡранбаш, күк гибрид люцерна, ҡылсыҡһыҙ күстерә, башҡа үләндәр үҫә. Сенаж һалыу өсөн туҡранбаш үләнен сабыуға бында ул сәскәгә тулышҡан һәм сәскә ата башлаған мәлдә тотонғандар. Быйыл туҡранбаш үләне икенсе йылға яҡшы үҫкән, уңдырышлылыҡ бер гектарҙан кәмендә 200 центнер тирәһенә етә. “Магдон” урғыслы үҙйөрөшлө комбайнда А. Шәрифуллин үләндәрҙе сабып сыға, ҡояшта елләгән массаны механизаторҙар А. Ғилметдинов менән А. Шакиров төргәктәргә төрә.
Хужалыҡта мал аҙығы етештереү техникаһы артҡан: ошо көндәрҙә TOSIA 50/75 рулондарҙы төрөү ҡорамалы (Польшала етештерелә) һатып алынған. Фермер хужалығы етәксеһе А. Әхмәтдинов: “Беҙ төрөү ҡорамалын склад хужалығы территорияһында урынлаштырырға ҡарар иттек, сөнки ташығанда полимерлы пленкаға зарар килеүе мөмкин, – тип һөйләй. – Төргәктәрҙе төрөү урынына МТЗ-82 тракторында А. Рамазанов ташый. Төрөү процесы Р. Шаһиевтың ҡул аҫтындағы МТЗ-80 тракторының гидробүлгесе ярҙамында башҡарыла. Дөйөм алғанда, сенажды пленка ярҙамында әҙерләү, башҡа мал аҙығын әҙерләү технологиялары менән сағыштырғанда, бер гектар ерҙән өҫтәмә рәүештә 1 тонна һөт, йә иһә 120 кг ит алыу мөмкинлеген бирә, бер тонна әҙер сенаж 370 аҙыҡ берәмегенә тиң”.
“Төргәктәге сенаж” – сабылған йәшел массаның туҡлылыҡ сифаттарын, энергияһын һаҡларға мөмкинлек биреүсе аҙыҡ төрө, ул шәкәр, протеин, каротин кеүек матдәләрен юғалтмай, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт (ике йылға тиклем) үҙенең юғары туҡлылығын һаҡлай. Был технологияны ҡулланғанда, юғалтыуҙар силосҡа һалыу менән сағыштырғанда, күпкә кәмерәк, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм ваҡыт аҙыраҡ талап ителә.
Сенаж һалыуҙы хатта һауа шарттары насар булғанда ла алып барырға була. Тик бесән төргәктәрен төрөү урынынына преслағандан һуң 1,5–2 сәғәттән дә һуңға ҡалмай ташырға кәрәк. Юғиһә, аҙыҡ массаһы ҡыҙа башлай һәм унда урынһыҙ биохимик һәм микробиологик процестар башланыуы мөмкин. Төргәктәрҙең формаһына зыян килтермәҫ өсөн, уларҙы һаҡлыҡ менән бушатыу талап ителә,” – тип аңлатты Р. Ғөбәйҙуллин.
Шул уҡ ваҡытта “А.А. Әхмәтдинов” КФХ-һының иген культуралары баҫыуҙарында ярайһы уҡ яҡшы уңыш формалашҡан. Элиталы Экада 70 ярауай бойҙайы баҫыуҙарында үҫемлектәр оптималь ҡуйылыҡта, башаҡтары, һәр башаҡта ашлыҡ бөртөктәре сифатлы, сүп үләндәре юҡ. Ул сидераль үҫемлек булған гәрсис үләненән һуң сәселгән.
“Суперэлита һәм элиталы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән баҫыуҙарҙың барыһынан да яҡшы уңыш алыуға ышаныс бар. Бөгөн был баҫыуҙарҙағы биологик уңыш бер гектарынан 25 центнер,”– тип һөйләне “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Ғөбәйҙуллин.
“С.А. Нотфуллин” крәҫтиән-фермер хужалығында сенажды традицион ысул менән әҙерләйҙәр, йәшел масса таҙартылған һәм ремонтланған соҡорға һалына һәм яҡшылап тығыҙлана. 40 гектар майҙанды биләгән көнсығыш кәзә үләне баҫыуында уңыш яҡшы, бер гектарҙан 300 центнерҙан ашыу сыға, әҙерләү өсөн ваҡыт та бик ҡулайлы, үлән сәскә атыу мәлендә.
Үләнде КСД-2.0 сапҡыслы МТЗ-82 тракторында А. Ҡәрипов саба. ”КамАЗ” автомобилендә А. Хафизов һәм “Урал” автомобилендә И. Маннапов йәшел массаны ташый.
Р. Зөбәйеров Т-150 тракторында сенаж массаһын яҡшылап тығыҙлай, А. Хәтәмов тигеҙ миҡдарҙа “Биомакс” консервантын индерә. Эштең сифаты өсөн бригадир Р. Фазлыев яуаплы. “Соҡорҙо тултырып бөткәндән һуң уны полиэтилен пленка һәм һалам ҡатламы менән ябасаҡбыҙ. Эштәр тамамланып бер ай үткәс, сифатын асыҡлау өсөн, анализға алып барыуға проба аласаҡбыҙ,” – ти КФХ етәксеһе С. Нотфуллин.
Шулай уҡ “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һы, “А. Һаҙыев” КФХ-һы, “Ғаилә фермаһы” ЯСЙ-һы хеҙмәтсәндәре сенажды традицион ысул менән әҙерләүҙе бойомға ашыра.


Автор фотосы.

Читайте нас: