Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итә республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, төнъяҡ буйынса уртаса ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшендә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — 11-16, көндөҙ — 20-25. Республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса 29 градусҡа тиклем.
23 июлдә синоптиктар урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡ буйынса уртаса ямғыр, йәшен вәғәҙәләй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшендә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — 12-17 градус, көндөҙ — 21-26.