Ҡыйғы районы өсөн 3,85 миллион һумлыҡ һиптереп йыуыу машинаһы һатып алына. Башҡортостандың 20 муниципалитеты өсөн барлығы 164,5 миллион һумға тиклем коммуналь техника һатып алынасаҡ, тип хәбәр ителә дәүләт һатып алыуҙары сайтында.
Поставкалаусы 24 июлдә уҙасаҡ аукционда билдәләнәсәк. Техника алыуға аҡсаны республика бюджеты һәм муниципалитеттар бүлә.
Контракт ике ай дауамында 24 юл, һепереү-йыйыштырыу, һиптереп йыуыу машиналарын алыуҙы күҙ уңында тота (һәр муниципалитетҡа берәр). Өфө ҡалаһына иһә һәр ҡайһыһы 8 миллион һум торған 5 вакуумлы һепереү-йыйыштырыу машинаһы алынасаҡ. Бөтә техника 2018–2019 йылдарҙа сыҡҡан булырға тейеш.