Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2019, 11:40

ҺАРЫ МӘТРҮШКӘ

Һары мәтрүшкә – ғәжәйеп үҫемлек, сөнки был үлән күңел төшөнкөлөгөнән ярҙам итергә һәләтле, ашҡаҙан, эсәктәр эшмәкәрлеген яйлау һәм тирене яңыртыу һәләтенә эйә.

Һары мәтрүшкә – ғәжәйеп үҫемлек, сөнки был үлән күңел төшөнкөлөгөнән ярҙам итергә һәләтле, ашҡаҙан, эсәктәр эшмәкәрлеген яйлау һәм тирене яңыртыу һәләтенә эйә.
Үҫемлек уны дөрөҫ ҡулланғанда ғына файҙа бирә. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: һары мәтрүшкә дауалау препараттарының тәьҫирен кәметә.
Һары мәтрүшкәнең химик составында А, С, Е, Р, РР витаминдары; макроэлементтар – тимер, калий, кальций, марганец; микроэлементтар – алюмин, кадмий, магний, баҡыр, никель, селен, ҡурғаш, стронций, хром, цинк; дубиль матдәләр, эфир майҙары һәм ыҫмала, сапониндар, фитонцидтар, алколоидтарҙың эҙҙәре бар.
Һары мәтрүшкәне әҙерләү
Уны июнь айынан августҡа саҡлы йыялар, һабаҡтың 15–20 сантиметрҙағы өҫкө өлөшөн, сәскәһе һәм емештәре менән бергә өҙөп алығыҙ. Ышыҡ, еләҫ бинала киптерегеҙ. Һары мәтрүшкә иммунитетты нығыта, аҙыҡ эшкәртеүҙе көйләй. Метаболизм процесын нормалаштыра, байтаҡ физик сырхауҙарҙан ҡотолорға ярҙам итә. Ашҡаҙан, эсәк юлдары ҡуҙғығанда уны эсеү был органдарҙың эшмәкәрлеген яйға һала. Ыуыныу өсөн әҙерләнгән үлән төнәтмәһен төрлө тире сирҙәрен дауалау, яраларҙы уңалтыу, ҡан йөрөшөн яҡшыртыу һәм бактериялар менән көрәшеү өсөн ҡулланалар.
Һары мәтрүшкә төрлө ҡурҡыу, хәүеф тойғоһонан ҡотолоу өсөн дә файҙаланыла, шулай уҡ ҡаҡырыҡ сығарыу сараһы булып тора һәм кәйефте күтәрергә ярҙам итә. Һары мәтрүшкәлә булған гиперфорин һәм гиперицин ингредиенттары депрессияға ҡаршы эффектҡа эйә.
Һары мәтрүшкәне нисек итеп дөрөҫ әҙерләргә?
Был үләндән әҙерләнгән сәйҙең файҙаһы ҙур, әммә ул дөрөҫ әҙерләнгәндә генә. Бының өсөн фарфор йәки быяла сәйнүк ҡулланыу һәйбәт. Үләнде һалыр алдынан, уны ҡайнар һыу менән сайҡап алығыҙ. Үлән миҡдары бер стакан һыуға бер балғалаҡ иҫәбенән алына. Һары мәтрүшкә сәйен 15 минут тирәһе төнәтергә ултыртып ҡуйырға кәрәк. Сәй тәмлерәк һәм дауалау үҙенсәлектәре тулыраҡ булһын өсөн, уны башҡа үләндәр, мәҫәлән, ҡарағат, ҡурай еләге, гөлйемеш япраҡтары, мәтрүшкә һәм башҡаларҙы ҡушып бешерергә була.
Читайте нас: