Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июль 2019, 11:36

МАГИСТРАТУРАНЫҢ ЯҢЫ ПРОГРАММАҺЫ

– Мин филологик белемгә эйәмен (бакалавр). Үҙ ваҡытында магистратураны тамамлау мөмкинлеге булманы. Ситтән тороп үҙ белемемде арттырырға теләр инем. Бюджет нигеҙендә ниндәй йүнәлештәр буйынса уҡырға мөмкин бөгөн?

– Мин филологик белемгә эйәмен (бакалавр). Үҙ ваҡытында магистратураны тамамлау мөмкинлеге булманы. Ситтән тороп үҙ белемемде арттырырға теләр инем. Бюджет нигеҙендә ниндәй йүнәлештәр буйынса уҡырға мөмкин бөгөн?
Һорауға М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Ғәлина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы яуап бирә:
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында быйыл 44.04.01 “Филология белемен педагогик проектлау” магистр программаһы асылды. Унда белем алыу өсөн база кимәле: юғары белем – бакалавр, белгес.
Уҡыу формаһы: ситтән тороп, дистанцион уҡыу элементтары менән.
Һынауҙар: уҡырға инеүсенең теләге буйынса телдән башҡорт теле (рус теле);
уҡырға инеүсенең теләге буйынса яҙма рәүештә башҡорт теле (рус теле).
Квалификация: мәғариф магистры. Уҡыу планы структураһы мотлаҡ (база) өлөштө һәм мәғариф мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар тарафынан булдырылған (вариатив) өлөштө үҙ эсенә ала. Был бер әҙерлек йүнәлеше сиктәрендә белем биреүҙең төрлө йүнәлештәренә эйә магистратура программаларын бойомға ашырыу мөмкинлеген тәьмин итә.
Магистратураны тамамлаусы түбәндәге өлкәләрҙә эшләй ала:
  • вуз, колледж, гимназия уҡытыусыһы;
  • фәнни-тикшеренеү өлкәһе хеҙмәткәре;
  • мәғариф һәм мәҙәниәт идаралығы белгесе;
  • тел сәйәсәте өлкәһендәге белгес-консультант.
    Документтар 2019 йылдың 26 июленәсә ҡабул ителә.
    Имтихандар – 27 июлдә (бер генә көн).
    Адрес: 450000, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3 а. 6-сы уҡыу корпусы, 209-сы бүлмә. Башҡорт филологияһы факультеты, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы. Тел.: 8 (347) 272-99-40. E-mail: [email protected]
    Читайте нас: