Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2019, 12:03

КЕШЕЛӘР БӘЛӘ КИЛГӘНДӘ ҺЫНАЛА

Был тормошта һәр кешенең фажиғәле хәлгә, көтөлмәгән бәләгә тарыуы ихтимал.

Был тормошта һәр кешенең фажиғәле хәлгә, көтөлмәгән бәләгә тарыуы ихтимал. Минең ғаиләмә лә уйламағанда ауыр ҡайғы килде – кескәй ҡыҙым Иза фажиғәле һәләк булды. Был ҡара көндән алып 40 көн үтте, ләкин сабыйымдың беҙҙең арала юҡлығына күңелем һаман да ышанырға теләмәй. Бындай ҡайғы башҡа бер әсәгә лә килмәһен ине.
Донъяла изге күңелле кешеләрҙең күплеген алдан да белә инем. Ә был ауыр көндәрҙә эргәбеҙҙә күпме яҡшы кешеләр булыуына тағы ла бер ҡат инандым. Бик күп ауылдаштарыбыҙ миңә ярҙамға ашыҡты, ерләүҙе ойошторорға ярҙамлашты. Улар йылы һүҙҙәре менән дә, эш менән дә хәлемде еңеләйтергә тырышты. Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге Төньяҡ филиалы мөдире Р. Ҡыямоваға, үҙәктең психологы И. Ғөбәйҙуллинға, Д. Шәйеховаға, Л. Әхмәтоваға, Иринаға, өлкән ҡыҙымды класс етәксеһе Л. Һаҙыеваға, класташтарына, уларҙың ата-әсәләренә, шулай уҡ башҡа бик күп ауылдаштарыбыҙға мораль һәм матди ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙың да алдында хөрмәт менән баш эйеп, ныҡлы сәләмәтлек, тормош именлеге теләйем.
З. Суфиева.
Читайте нас: