Уҙған тәүлектә республикала дөйөм майҙаны 1,5 гектар тәшкил иткән ике урман янғыны теркәлгән. Уларҙың береһе шул уҡ көндә һүндерелгән тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.
Янғындың береһе Йылайыр районыны урман фондында ҡупҡан. Утты һүндергәндәр, 0,5 гектар урман зыян күргән.
Шул уҡ көндә, 22 июлдә Бөрйән районының урман фонды биләмәһендә ут сыҡҡан. Янындағы кеше йәшәгән урын — Яңы Усман ауылы 5,5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Халыҡ өсөн ҡурҡыныс юҡ. Ут 1 гектар майҙанда яныуын дауам итә.
2019 йылдың янғын хәүефе миҙгеле башынан дөйөм майҙаны 1854 гектарҙа 145 тәбиғәт янғыны сыҡҡан. Былтыр ошо миҙгелгә ҡарата 150 урман яныу осрағы теркәлгән, 781,5 гектар зыян күргән.
Бөгөн республикала беренсе, урыны менн икенсе, өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе класс янғын хәүефе күҙаллана.
Дүртенсе класс ут сығыу ҡурҡынысы Йылайыр, Көйөргәҙе, Федоровка райондарында көтөлә.
Ғәҙәттән тыш бишенсе класс Хәйбулла районына тура килә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүртенсе класс мәлендә урман янғыны бәләкәй сығанаҡтарҙан тоҡана, улар тиҙ тарала һәм яңы урынға күсә. Бишенсе кимәлдә тәбиғәт янғыны бөтә төр асыҡ уттан барлыҡҡа килә. Ялҡын бар нәмәне ялмай һәм тиҙ тарала.