Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2019, 12:00

Башҡортостанда йәйге эҫе һауа торошо һаҡлана

Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары был йәйҙә Башҡортостандың ҡаланан ситтәге балалар йәйге лагерҙарын тикшерҙе. Улар материаль-техник хәлде, тәрбиә эшен, балаларҙың йәшәү шарттары менән бер рәттә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен ҡараны.

Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары был йәйҙә Башҡортостандың ҡаланан ситтәге балалар йәйге лагерҙарын тикшерҙе. Улар материаль-техник хәлде, тәрбиә эшен, балаларҙың йәшәү шарттары менән бер рәттә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен ҡараны.
Йәмәғәт палатаһы бөтәһе 103 лагерҙың 24-тен тикшергән һәм уларҙа хәүефһеҙлек талаптары үтәлә тип белдерә. Хабаровск крайында палаткалы лагерҙа дүрт бала үлеменә килтергән янғындан һуң был тема бик актуаль булып тора. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса унда 26 палатканың 20-һе янған, лагерҙа 189 бала булған.
Республика Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриәлек һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы рәйесе Лида Исаргакова белдереүенсә, Башҡортостандың ҡаланан ситтәге балалар йәйге лагерҙарындағы ял хәүефһеҙлеге шик тыуҙырмаған.
«Беҙ лагерҙарҙың хәүефһеҙлеген үҙебеҙҙең кимәлдә генә тикшерҙек. Смена асыу алдынан лагерь етәкселеге Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Эске эштәр министрлыҡтарының рөхсәтен алырға тейеш. Йәмәғәтселәр быларҙың барыһын да ентекле тикшерә алмай, шулай ҙа мин, үҙ сиратымда, лагерға ингәндә элементар әйберҙәргә иғтибар иттем. Периметр тулыһынса кәртәләнгәнме, видеокүҙәтеү ҡуйылғанмы, лицензиялы медпункт, тәүлек әйләнәһенә эшләгән медик бармы, махсус һаҡ хеҙмәте ойошторолғанмы – ошоларҙы күҙ уңында тотам. Мин лагерь биләмәһенә документ күрһәтеп индем һәм хакимиәт вәкиле оҙатыуында йөрөнөм. Шулай итеп мин йәмәғәтсе һәм ябай кеше йәһәтендә был лагерҙарҙа барыһы ла көйлө һәм хәүефһеҙлек тулыһынса үтәлә тип белдерәм», — тине Лида Исаргакова.

Читайте нас: